Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ленин паркын төҙөкләндереү буйынса һөйләшеүҙәр дауам итә

22 майҙа Башҡортостан йәмәғәтселәре Өфөнөң Владимир Ленин исемендәге паркын төҙөкләндереүҙе тикшерҙе. БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов һүҙҙәренсә, паркты реконструкциялауға йәмәғәт мониторингы буйынса ваҡытлы эшсе төркөмдөң төп бурыстары – подрядсы башҡарған эштәрҙең сифатын контролдә тотоу, халыҡҡа эштәр барышы тураһында мәғлүмәт биреү һәм халыҡтың мөрәжәғәттәренә оператив яуап биреү. Паркта 300-ҙән ашыу ағасты тәртипкә килтереү, фонтандарҙы яңыртыу, канализацияны һәм электр селтәрҙәрен һәм йәйәүлеләр юлдарын ҡышҡа тиклем төҙөкләндереү планлаштырыла. Ултырышта паркты QR-кодлы мәғлүмәт стендтары менән йыһазландырырға тәҡдим ителде. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев күренекле башҡорт шәхестәре һәм ваҡиғалары тураһында тарихи белешмәләр менән “һөйләүсе” парк булдырыу яҡлы. Парктың инвалидтар өсөн уңайлы булыуына йәмәғәтселәр айырыуса иғтибар бүлде: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Булат Сафин инвалидтар өсөн уңайлы булған инеү төркөмөнә тактиль макет

22 майҙа Башҡортостан йәмәғәтселәре Өфөнөң Владимир Ленин исемендәге паркын төҙөкләндереүҙе тикшерҙе. БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов һүҙҙәренсә, паркты реконструкциялауға йәмәғәт мониторингы буйынса ваҡытлы эшсе төркөмдөң төп бурыстары – подрядсы башҡарған эштәрҙең сифатын контролдә тотоу, халыҡҡа эштәр барышы тураһында мәғлүмәт биреү һәм халыҡтың мөрәжәғәттәренә оператив яуап биреү. Паркта 300-ҙән ашыу ағасты тәртипкә килтереү, фонтандарҙы яңыртыу, канализацияны һәм электр селтәрҙәрен һәм йәйәүлеләр юлдарын ҡышҡа тиклем төҙөкләндереү планлаштырыла. Ултырышта паркты QR-кодлы мәғлүмәт стендтары менән йыһазландырырға тәҡдим ителде. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев күренекле башҡорт шәхестәре һәм ваҡиғалары тураһында тарихи белешмәләр менән “һөйләүсе” парк булдырыу яҡлы. Парктың инвалидтар өсөн уңайлы булыуына йәмәғәтселәр айырыуса иғтибар бүлде: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Булат Сафин инвалидтар өсөн уңайлы булған инеү төркөмөнә тактиль макет индерергә, шулай уҡ күреү һәләте боҙолған кешеләргә ярҙам итерлек мәғлүмәтте аудио-һәм видео оҙатыу өсөн стендтарға NFC-тамғалар ҡуйырға тәҡдим итте. Башҡорт дәүләт драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев паркты төҙөкләндереү проектына милли орнамент һәм этник мотивтар өҫтәп, парктың Башҡортостанға ҡарауын һыҙыҡ өҫтөнә алырға тәҡдим итте. Төркөм ағзалары подрядсыларҙы башҡорт орнаменттарын яҡшы белгән эксперттар менән таныштырырға әҙер булыуын белдерҙе. Депутат Шамил Вәлиев фонтандарҙың инженер инфраструктураһына ҡағылышлы бер нисә һорау бирҙе — атап әйткәндә, уны үткәргес торбалар һалыу технологиялары һәм уларҙың парк үҫемлектәренә йоғонтоһо ҡыҙыҡһындырҙы. “Альбит” подряд ойошмаһы етәксеһе Сергей Минеев ер эштәрен күҙ уңында тотмаған горизонталь йүнәлешле быраулау ҡулланыласаҡ тип ышандырҙы. "Паркты реконструкциялағанда бер генә башҡорт сакураһы ла зыян күрмәйәсәк", - тип билдәләне ул. Фото: Йәмәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәте.