Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

200-ҙән ашыу яңы аншлаг ҡуйыласаҡ

Башҡортостандың урман янғын һүндереү станциялары хеҙмәткәрҙәре “Экологик именлек” милли проектының (национального проекта “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы Һаҡлау” федераль проекты (федерального проекта “Сохранение лесов”) маҡсаттарына ярашлы, урман фонды биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә саралар күреп, әүҙем эш алып бара. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Янғынға ҡаршы тематикаға аншлагтар һәм янғын хәүефе юғары булған осраҡта ҡулланылған шлагбаумдар ҡуйыу дауам итә. Белгестәр әйтеүенсә, аншлагтар — янғынға ҡаршы пропаганданың бер өлөшө. Улар урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү тураһында хәбәр итә. Уларҙа Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте, шулай уҡ урман һағы ҡыҙыу линияһы телефондары урынлашҡан. Был һандарҙан урмандағы төтөн һәм янғындар тураһында ғына түгел, ә урман ҡануниәтен боҙоуҙар тураһында ла хәбәр итергә мөмкин. Аншлагтарҙы урманға ингән ерҙә, юл сатында һәм урм

Башҡортостандың урман янғын һүндереү станциялары хеҙмәткәрҙәре “Экологик именлек” милли проектының (национального проекта “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы Һаҡлау” федераль проекты (федерального проекта “Сохранение лесов”) маҡсаттарына ярашлы, урман фонды биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә саралар күреп, әүҙем эш алып бара. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Янғынға ҡаршы тематикаға аншлагтар һәм янғын хәүефе юғары булған осраҡта ҡулланылған шлагбаумдар ҡуйыу дауам итә. Белгестәр әйтеүенсә, аншлагтар — янғынға ҡаршы пропаганданың бер өлөшө. Улар урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү тураһында хәбәр итә. Уларҙа Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте, шулай уҡ урман һағы ҡыҙыу линияһы телефондары урынлашҡан. Был һандарҙан урмандағы төтөн һәм янғындар тураһында ғына түгел, ә урман ҡануниәтен боҙоуҙар тураһында ла хәбәр итергә мөмкин. Аншлагтарҙы урманға ингән ерҙә, юл сатында һәм урман юлдары буйлап урынлаштыралар. Ағымдағы йылда урман янғын һүндереү станциялары хеҙмәткәрҙәре 200-ҙән ашыу яңы аншлаг ҡуясаҡ. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ут таралыуын булдырмау өсөн тәғәйенләнгән минералланған һыҙаттар булдырыу һәм таҙартыу өҫтөндә эшләй. Ылыҫлы урман ҡырҡыу урындары тирәләй, юл буйлап, 1,4 метрҙан кәм булмаған киңлектәге ылыҫлы йәш ағастар һәм урман культуралары тирәләй трактор менән ер һөрөү үткәрәләр. Бөгөнгө көндә минералланған һыҙаттарҙы булдырыу һәм ҡарау буйынса саралар 2660 саҡрым оҙонлоҡтағы участкаларҙа башҡарылған. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.