Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сифатлы һүрәттәр алырға мөмкинлек бирәсәк

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Дүртөйлө район дауаханаһына күсмә “Ренекс” рентген аппараты алынды. Прибор пациенттарға рентген кабинетынан тыш та уңайлы диагностика үткәрә ала. Аппарат конструкцияһы уға шасси ярҙамында еңел күсеп йөрөргә булыша, шул уҡ ваҡытта ул бик тотороҡло. Табиптар уның ярҙамында палаталарҙа экспресс-диагностика үткәрә ала. Бындай ҡорамалда тикшереү сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. –Яңы аппарат сифатлы һүрәттәрҙе тиҙ алырға һәм белгестәргә тапшырырға мөмкинлек бирә. Һүрәттәр патологияларҙы башланғыс мәлендә диагнозларға ярҙам итә һәм уңышлы терапияға ышанысты арттыра, – тине дауахананың баш табибы Гөлназ Сабирова. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Дүртөйлө район дауаханаһына күсмә “Ренекс” рентген аппараты алынды. Прибор пациенттарға рентген кабинетынан тыш та уңайлы диагностика үткәрә ала. Аппарат конструкцияһы уға шасси ярҙамында еңел күсеп йөрөргә булыша, шул уҡ ваҡытта ул бик тотороҡло. Табиптар уның ярҙамында палаталарҙа экспресс-диагностика үткәрә ала. Бындай ҡорамалда тикшереү сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. –Яңы аппарат сифатлы һүрәттәрҙе тиҙ алырға һәм белгестәргә тапшырырға мөмкинлек бирә. Һүрәттәр патологияларҙы башланғыс мәлендә диагнозларға ярҙам итә һәм уңышлы терапияға ышанысты арттыра, – тине дауахананың баш табибы Гөлназ Сабирова. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.