Башҡортостандың Баймаҡ районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Сибай – Аҡъяр юлын ремонтлау башланды, тип хәбәр иттеләр төбәктең транспорт министрлығынан. Эштәр Покровка һәм Октябрь ауылы араһындағы 14 километр оҙонлоҡтағы участкала алып барыла. Подряд ойошмаһы иҫке япманы фрезерлауҙы башҡара, упҡындарҙы бөтөрә, һалҡын ресайклинг ысулы буйынса юл нигеҙен нығыта һәм нигеҙҙең өҫкө ҡатламын төҙөй. – Был юл ике районды тоташтыра һәм күп ауылдарҙа йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Бында юл япмаһының сифаты бик күп һорауҙар тыуҙыра ине. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса был юлды норматив хәлгә килтерергә ҡарар ителде, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Быйыл Сибай — Аҡъяр юлының 30 саҡрымын ремонтлау күҙаллана. Эштәр Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында ете участкала башҡарыласаҡ. Юлдың асфальт-бетон япмаһын яңыртыу, юл ситтәрен нығытыу
Баймаҡ районында Сибай – Аҡъяр юлын ремонтлау башланды
23 мая 202523 мая 2025
1
1 мин