Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күрше өлкәләге Башҡортостан студенттары берләшә

Свердловск өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы студенттарының яҡташтар ойошмаһы ойоштороласаҡ. Уның төп маҡсаты – эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә берләшеү һәм бер-береңә ярҙам итеү. Беренсе осрашыу 28 майҙа 18:00 сәғәттә Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Урал идара итеү институтында (Екатеринбург ҡалаһы, 8 март урамы, 66-сы йорт, 27-се аудитория) уҙа. Сараға инеү исемлектәр буйынса ойошторола. Теркәлеү өсөн һылтанма: https://alumni1.timepad.ru/event/3381616/ Сараны ойоштороусылар: БР-ҙың РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, БР-ҙың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге, БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы, Свердловск өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге – “Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто“ филиалы.