Найти в Дзене

Төбәккә файҙаһы күп булмаҡсы

Әбйәлил районында яңы тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү ихтималлығы тураһындағы мәсьәлә бөгөн республикабыҙҙа өйрәнелгән иң ҡыҙыу һорауҙарҙың береһе. Урындағы халыҡты аңларға була. Яңы үҙгәрештәр ҡурҡыта ла, хәүефләндерә лә. Шартлатыу эштәре башланһа, йылғалар бысранмаҫмы, тәбиғәт юҡҡа сыҡмаҫмы... тигәнерәк ҡырҡ төрлө шик-шөбһә уларҙың күңелдәрен өйкәй. Ҡыҫҡаһы, бихисап һорауҙар тыуып ҡына тора. Ысынлап та, төпкөлдәге хозур тәбиғәт һәр кемдең күңелен әсир итерлек. Үҙҙәре генә түгел, килгән ҡунаҡтар ҙа күлдәрҙең байлығына, урмандарҙың күркәмлегенә һоҡлана. Ләкин тәбиғәткә һоҡланып ҡына йәшәп, иҡтисадты үҫтереп булмай. Тәүге сиратта халыҡҡа йәшәр, донъя көтөр өсөн эш кәрәк. Эш эҙләп күптәр ситкә сығып китергә мәжбүр. Һөҙөмтәлә ауылдар бушай, унда тормош һүнеп ҡала. Хозур тәбиғәтле урында туризм тармағын да үҫтерергә мөмкин. Ләкин ул миҙгелле эш, тотороҡло түгел. Урындағы халыҡ ял йорттарында ашнаҡсы, йыйыштырыусы, һаҡсы, һатыусы, администратор кеүек түбән квалификациялы һөнәрҙәр буйынса тир

Әбйәлил районында яңы тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү ихтималлығы тураһындағы мәсьәлә бөгөн республикабыҙҙа өйрәнелгән иң ҡыҙыу һорауҙарҙың береһе. Урындағы халыҡты аңларға була. Яңы үҙгәрештәр ҡурҡыта ла, хәүефләндерә лә. Шартлатыу эштәре башланһа, йылғалар бысранмаҫмы, тәбиғәт юҡҡа сыҡмаҫмы... тигәнерәк ҡырҡ төрлө шик-шөбһә уларҙың күңелдәрен өйкәй. Ҡыҫҡаһы, бихисап һорауҙар тыуып ҡына тора. Ысынлап та, төпкөлдәге хозур тәбиғәт һәр кемдең күңелен әсир итерлек. Үҙҙәре генә түгел, килгән ҡунаҡтар ҙа күлдәрҙең байлығына, урмандарҙың күркәмлегенә һоҡлана. Ләкин тәбиғәткә һоҡланып ҡына йәшәп, иҡтисадты үҫтереп булмай. Тәүге сиратта халыҡҡа йәшәр, донъя көтөр өсөн эш кәрәк. Эш эҙләп күптәр ситкә сығып китергә мәжбүр. Һөҙөмтәлә ауылдар бушай, унда тормош һүнеп ҡала. Хозур тәбиғәтле урында туризм тармағын да үҫтерергә мөмкин. Ләкин ул миҙгелле эш, тотороҡло түгел. Урындағы халыҡ ял йорттарында ашнаҡсы, йыйыштырыусы, һаҡсы, һатыусы, администратор кеүек түбән квалификациялы һөнәрҙәр буйынса тир түгер. Әлбиттә, был һөнәрҙәр ҙә кәрәк, һәр эш әһәмиәтле. Шулай ҙа иртәгәһе көнгә ышаныс мөһимерәк. Был бигерәк тә йәштәргә ҡағыла. Бөгөн аҡсаң булыр, иртәгә – юҡ. Түләүҙәреңде лә түләй алмай ултырып ҡалыуың ихтимал, сөнки ваҡ бизнеста социаль яҡтан гарантиялар хәстәрләнмәгән. Аҡса эшләү өсөн күптәр вахта ысулын һайлай. Ғаиләң, балаларың ауылыңда тороп ҡала, һин аҡса табам тип уларҙан айырым йәшәргә мәжбүрһең. Үҙ өйөңдә ҡунаҡ ҡына булып, балаларыңдың үҫкәнен дә күрмәй көн итәһең. Бындай аҙымға ла барыһы ла йөрьәт итмәй. Ошолар хаҡында уйлағанда “Әбйәлилдә яңы предприятие асылыуы ауылдарға яңы йәшәү һулышы бирмәҫ инеме икән?” тигән күңелдә өмөт уяна. Эш булһа, йәштәр ауылдарын ташлап китмәҫ, шунда төпләнер, донъя көтөр, балалар үҫтерер ине. “Яңы комбинат төҙөлһә, тәбиғәт нимә эшләр?” тигән уйҙар ҙа тынғы бирмәй. Ләкин бөгөнгө заманда экологияны һаҡлау буйынса талаптарҙың ҡатылығын уйлаһаң, яңы предприятиеға ышаныс нығый. Силәбе өлкәһендәге тау байыҡтырыу комбинатының эше менән танышып ҡайтыу күңелдәге был шиктәрҙе таратып ебәргән һымаҡ булды. Ҡулланылған һыуҙың ҡайҙалыр ағып ятыу күренеше юҡ. Һыу ябыҡ цикл буйынса эшләй. Файҙаланылған һыу таҙартылып ҡабат предпрятиела әйләнешкә инә. Эш барышын ниндәй генә инстанциялар тикшермәй. Тәбиғәткә тәьҫире ҡаты контролдә тотола. Цехтарҙа заманса яңы ҡормалдар, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Хеҙмәткәрҙәр ҙә эштәренән ҡәнәғәт. Әйткәндәй, унда Башҡортостандан байтаҡ яҡташтарыбыҙҙы осраттыҡ. Үҙҙәре йәшәгән төйәктә ошондай предприятие асылһа, улар ҙа балаларын ҡалдырып ситкә сығып китмәҫ ине, моғайын. Әгәр ошоға оҡшаш предприятие үҙебеҙҙә төҙөлһә, ул нимә бирер? Уның ыңғай яҡтарын барлап ҡарайыҡ. Әлбиттә, иң элек социаль гарантиялар. Ҙур предприятие яҡшы эш хаҡы ғына түгел, ә уҡытыу, квалификацияны күтәреү ҙә. Предприятие алдан уҡ урындағы йәштәрҙән төплө кадрҙар әҙерләүҙе хәстәрләй, уларҙы уҡытыуға ебәрә. Халыҡ араһында инженер кадрҙары һөнәренә ҡыҙыҡһыныу артыр, буласаҡ идарасылар үҫер ине. Ошо рәүешле йәштәргә әллә ҡайҙа йыраҡҡа китмәй генә йәнтөйәгеңдә карьераңды үҫтереү мөмкинлеге асыла. Комбинат төҙөлһә, 90 процент хеҙмәткәрҙәрҙе Әбйәлил районынан эшкә алыу планлаштырылыуы ла урындағы халыҡ өсөн файҙаға. Ҡаҙнаға ла һалым килемдәре күп буласаҡ. Поликлиникаларға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына бағыусылаҡ ярҙамы булһа, был объекттар ҙа яңырыу кисерер ине. Әйткәндәй, Силәбе өлкәһендә эшләгән Томинск һәм Михеев тау байыҡтырыу комбинаттары өлгөһөндә балалар баҡсалары, мәктәптәр, спорт, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам итеүҙәрен күрҙек. Әллә күпме урындағы халыҡ был предприятиеларҙа лайыҡлы эш тапҡан. Әбйәлилдә яңы тау байыҡтырыу комбинатын асҡанда ыңғай һәм кире яҡтарын ентекләп үлсәү мөһим. Әлбиттә, бер предприятие бушап ҡалған ауылдарҙың барыһына ла йән өрә алмаҫ. Ләкин ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күп булмаҡсы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.