Найти в Дзене

Иғтибар: юлдарҙа сикләүҙәр индерелә!

24 майҙа Өфөлә йәнә ҙур спорт байрамы – Бөтә Рәсәй ”Забег. РФ” ярыммарафоны үтәсәк. Сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү менән бәйле ҡаланың тарихи үҙәгендә автотранспорт хәрәкәте ябыласаҡ. Түбәндәге участкаларҙа сикләүҙәр индерелә: 22-24 майҙа – ”Торатау“ конгресс-холы туҡталҡаһы; 23-24 майҙа – М. Ғафури урамынан Генерал-губернатор Перовский урамына тиклем З. Вәлиди урамы участкаһы; 24 майҙа иртәнге 07:00 сәғәттән киске 17:00 сәғәткә тиклем – йүгереүҙең маршруттар картаһына ярашлы. Йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемалары слайдтарҙа күрһәтелгән. 24 майҙа 5-се һәм 16-сы трамвайҙар хәрәкәте туҡтатыласаҡ, ә 22-се троллейбус маршруты үҙгәртелгән схема буйынса эшләйәсәк: Үҙәк йүнәлешкә ҡарай: Колхоз баҙары – Октябрь проспекты – Шәфиев урамы – Р. Зорге урамы – Ибраһимов бульвары – Пархоменко урамы – “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексы; Кире йүнәлештә: “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексы – Октябрь проспекты – Колхоз баҙары. Ҡала хеҙмәттәре Өфөлә йәшәүселәрҙән маршруттарын алданыраҡ хәстәрләүен һорай. Айырыуса шу

24 майҙа Өфөлә йәнә ҙур спорт байрамы – Бөтә Рәсәй ”Забег. РФ” ярыммарафоны үтәсәк. Сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү менән бәйле ҡаланың тарихи үҙәгендә автотранспорт хәрәкәте ябыласаҡ. Түбәндәге участкаларҙа сикләүҙәр индерелә: 22-24 майҙа – ”Торатау“ конгресс-холы туҡталҡаһы; 23-24 майҙа – М. Ғафури урамынан Генерал-губернатор Перовский урамына тиклем З. Вәлиди урамы участкаһы; 24 майҙа иртәнге 07:00 сәғәттән киске 17:00 сәғәткә тиклем – йүгереүҙең маршруттар картаһына ярашлы. Йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемалары слайдтарҙа күрһәтелгән. 24 майҙа 5-се һәм 16-сы трамвайҙар хәрәкәте туҡтатыласаҡ, ә 22-се троллейбус маршруты үҙгәртелгән схема буйынса эшләйәсәк: Үҙәк йүнәлешкә ҡарай: Колхоз баҙары – Октябрь проспекты – Шәфиев урамы – Р. Зорге урамы – Ибраһимов бульвары – Пархоменко урамы – “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексы; Кире йүнәлештә: “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексы – Октябрь проспекты – Колхоз баҙары. Ҡала хеҙмәттәре Өфөлә йәшәүселәрҙән маршруттарын алданыраҡ хәстәрләүен һорай. Айырыуса шуны билдәләп үтергә кәрәк: сикләүҙәр индерелгән зоналарҙа урынлашҡан йорттарҙан шулай уҡ машинала сығып булмаясаҡ, шуға күрә халыҡҡа алдан шәхси автомобилдәрен икенсе урында ҡалдырырға кәңәш ителә. Сығанаҡ: Өфө хакимиәте матбуғат хеҙмәте.