Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алтын урталыҡты табайыҡ

Әбйәлил районы биләмәһендә “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан яңы комбинат төҙөү ихтималлығы халыҡта мең төрлө һорау тыуҙыра. Әле бары тик геология-разведка эштәре планлаштырыуға ҡарамаҫтан, ул тарафта йәшәүселәр тәбиғәте өсөн борсола. Кәңәшләшеп йәшәүгә етмәй Ошо көндәрҙә халыҡтың борсоған проблемаларын тыңлау, уны хәл итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында Өфөнән бер төркөм әүҙем йәмәғәтселәр ауылдарҙа булды. Билдәле журналист, продюсер, йәмәғәт эшмәкәре Рита Өмөтбаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың атҡанған металлургы Рәсих Хәмитов, медицина фәндәре кандидаты Наил Ғабдуллин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова бер нисә ауылда осрашыуҙар уҙғарҙы. Халыҡ нисек йәшәй? Уларҙы нимә борсой? Ауылдың үҫеш перспективалары ниндәй? Осрашыуҙа һүҙ шул хаҡта барҙы. Ир-егеттәрҙең күп булыуы һөйөндөрҙө. Көслө затта ауылдарының киләсәк яҙмышы өсөн борсолоуҙары сағылды. Өй һалыу өсөн ағас алыу буйынса

Әбйәлил районы биләмәһендә “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан яңы комбинат төҙөү ихтималлығы халыҡта мең төрлө һорау тыуҙыра. Әле бары тик геология-разведка эштәре планлаштырыуға ҡарамаҫтан, ул тарафта йәшәүселәр тәбиғәте өсөн борсола. Кәңәшләшеп йәшәүгә етмәй Ошо көндәрҙә халыҡтың борсоған проблемаларын тыңлау, уны хәл итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында Өфөнән бер төркөм әүҙем йәмәғәтселәр ауылдарҙа булды. Билдәле журналист, продюсер, йәмәғәт эшмәкәре Рита Өмөтбаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың атҡанған металлургы Рәсих Хәмитов, медицина фәндәре кандидаты Наил Ғабдуллин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова бер нисә ауылда осрашыуҙар уҙғарҙы. Халыҡ нисек йәшәй? Уларҙы нимә борсой? Ауылдың үҫеш перспективалары ниндәй? Осрашыуҙа һүҙ шул хаҡта барҙы. Ир-егеттәрҙең күп булыуы һөйөндөрҙө. Көслө затта ауылдарының киләсәк яҙмышы өсөн борсолоуҙары сағылды. Өй һалыу өсөн ағас алыу буйынса сираттың ҙур булыуы, утын йәһәтенән ауырлыҡтар тураһында һөйләнеләр. Йәштәр өй һалһа, ауылда ҡалырҙар ине, тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны. Оло йәштәгеләр ҙә бар ине. Буранғолдан Фатима апай Вәлиева улының фермерлыҡ менән шөғөлләнеүе, сабынлыҡтар алыу йәһәтенән ҡыйынлыҡтар булыуын белдерҙе. Айыу һымаҡ ҡырағай хайуандарҙың күбәйеүенә лә борсолоу һүҙҙәрен ишеттек. Был һорауҙарҙың барыһын да килгән йәмәғәтселек вәкилдәре яҙып алды. Геология-разведка эштәре башланһа, тәбиғәткә зыян килмәҫме, тигән һорауҙы ла күтәрҙеләр. Халыҡтың йәшәгән төйәге өсөн хәүефләнеүе тәбиғи ҙә. Рәсәй Федерацияһының почетлы ер аҫты разведчигы, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы, “БАШНЕДРА” фонды президенты, республикала 16 йыл тау-геология хеҙмәтен етәкләүсе Рәсих Хәмитов был йәһәттән халыҡҡа бик фәһемле фекерен еткерҙе. – Бындай осрашыуҙар хәҙерге ваҡытта кәрәк. Халыҡ менән аралашыу бик әһәмиәтле. Бер-береңә һорауҙар биреп, аныҡ яуаптар ҡайтарыу йәһәтенән файҙалы. Әбйәлил райондарының киләсәге нисек булыр? Мин шуны әйтер инем, яңы инвестициялар килеп, яңы производство төҙөһәк, үҙебеҙҙең ер аҫты байлыҡтарын дөрөҫ үҙләштерһәк, шул уҡ ваҡытта экологияны һаҡлауҙы ла хәстәрләһәк, беҙҙең илебеҙгә лә, районыбыҙға ла файҙа буласаҡ. Әлбиттә, бында дәүләт һәм йәмәғәт органдары бергәләп эшләргә тейеш. Ошо маҡсатта йәмәғәт контролен булдырайыҡ, тигән тәҡдимемде әйтәм. Үҙемдең дә ярҙамымды күрһәтер инем. Проблемалар уртаға һалып тикшерелергә тейеш. Ниндәйҙер етешһеҙлектәр бар икән, уны бергәләп үҙгәртәйек. Шул ваҡытта ғына беҙҙең эш алға барасаҡ, – ти тәжрибәле геолог. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов та инициативалы төркөм төҙөүҙе хуплап сығыш яһаны. Күпселек ауыл кешеләренән торған төркөм төбәктәге етешһеҙлектәрҙе күреп, контролләп йөрөргә тейеш тигән фекерен белдерҙе. –Беҙ йәмғиәт ойошмаһы булғас, халыҡ менән осрашып, уларҙы нимә борсоғанын асыҡлап, инициативалы төркөм менән, хоҡуҡи яҡтан дөрөҫ итеп был мәсьәләне хәл итеү юлдарын уйларға тейеш. Алдыбыҙҙа ниндәй генә проблема тормаһын, барыһын да бергәләп, законлы рәүештә хәл итергә кәрәк. Эмоцияларға бирелмәй, фәнни күҙлектән ҡарап эшләү мөһим. “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең проекты әҙер булғас, улар менән айырым һөйләшеүҙәр алып барыу күҙаллана. Әле республика власть органдары, йәмәғәт ойошмалары тарафынан Әбйәлил районына күп белгестәр килә. Халыҡ йәғни инициативалы граждандар үҙҙәренең һорауҙарын бирергә тейеш. Проблемалар тураһында һорау бирә, яуаптарға таянып уларҙы хәл итә алабыҙ икән, был милләтебеҙҙең үҫешен күрһәтә. Буранғолдарҙың да төрлө проблемаларын ишеттек. Нисә йылдар халыҡ колхоз системаһына күнегеп йәшәгән. Әлеге ваҡытта тормош үҙгәрҙе, яңы тәңгәлдә эшләргә тейешбеҙ. Был йәһәттән эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөһим. Эш асыу өсөн ниндәй субсидиялар, гранттар бар, шулар тураһында халыҡҡа, бәлки, мәғлүмәт етмәйҙер, ошоларҙы аңлатыу кәрәк. Башҡортостанды сағылдырған, үҙебеҙҙең бренд булған продукция етештерһәк ине. Ошо йәһәттән бергәләп эшләйһе бар әле, – тип һөйләне Юлдаш Мөхәммәт улы. Әбйәлил ҡыҙы, билдәле журналист, ирекмән булып махсус хәрби операцияға госпиталгә һалдаттарға ярҙамға барып ҡайтҡан Рәмзиә Кәримованың һүҙҙәре лә уйланырырлыҡ ине: –Яңы производство асылыуын төрлө яҡлап уйларға кәрәк. Әгәр ошо металл оборона өсөн, ил өсөн кәрәк икән – бының әһәмиәте бик ҙур. Әлбиттә, бында тәбиғәт тә зыян күрергә тейеш түгел, – тине ул. Амангилделәрҙең дә әйтер һүҙе бар Икенсе көнгә ошондай уҡ осрашыу Амангилде ауылында ла үтте. Йәмәғәтселек вәкилдәре был тарафта йәшәүселәрҙең дә йәшәү-көнкүреше менән ҡыҙыҡһынды. Амангилде ауылы биләмәһенә биш ауыл инә: Үтәгән, Ҡаҙмаш, Әбделғәзе, Рысҡужа, Амангилде. Ауыл биләмәһе буйынса яҡынса 2500 тирәһе кеше йәшәй. Дәртле, рухлы булыуҙары менән айырылып торалар. Башҡорт йолалары ла һаҡланып ҡалған, йыр-бейеүгә маһир халыҡ йәшәүен дә беләбеҙ. Республика кимәлендә лә уңыштар яулайҙар. “Байыҡ” телевизион конкурсында был ауыл биләмәһенән бейеү оҫталары ике тапҡыр Гран-приға лайыҡ булған. Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Ҡаҙмаш ауылының 1-се урын алыуы ла әлеге төбәктә йәшәүселәрҙең бер төптән булыуын күрһәтә. Элек-электән урмансылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас бөтөүе арҡаһында халыҡта һуңғы осор урмансылыҡ эше һүнеп ҡалыуы тураһында һөйләне Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин: – Кешеләр малсылыҡ, йылҡысылыҡ менән көн итә, ситкә эшкә йөрөп аҡса таба, Магнитогорск металлургия комбинатында хеҙмәт итә. Үкенескә ҡаршы, проблемаларыбыҙ ҙа бар. Элекке йылда Амангилделә авария хәлендә тип, ҙур мәктәбебеҙ ябылды, 150-нән ашыу бала уҡый ине. Шуға ла улар бөгөн Үтәгән ауылында башланғыс кластар мәктәбендә белем ала. Унда ла шарттар яҡшынан түгел. Шуға ла бөгөн беҙ Амангилделә яңы мәктәп төҙөлөүен көтәбеҙ. Һәр бер ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар. Уларҙы яңыртыу өҫтөндә эш алып барабыҙ. Быйыл Рысҡужа ауылында яңы модулле ФАП төҙөү ниәтләнә, киләһе йылда Ҡаҙмашта ла яңыны һалыу планлаштырыла. Быйыл Әбделғәзелә ФАП бинаһына капиталь ремонт эшләнәсәк. Амангилделә стационар дауахана бар. Мәҙәниәт йорттары ла эшләп килә. Ҡаҙмашта өр-яңы клуб бар, Рысҡужала капиталь ремонт эшләнде. Ауылдарҙың барыһы ла тиерлек газ менән тәьмин ителгән, Әбделғәзелә лә зәңгәр яғыулыҡ уҙғарыуға проект эшләнгән, тиҙҙән был ауыл халҡы ла уңайлыҡтан файҙалана башлар тип уйлайым. Халыҡ дәррәү булыуы менән айырылып тора. Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡаҙмаштарҙың еңеүендә лә берҙәмлек сағыла. Конкурста ҡатнашып, биш миллион һум аҡса менән бүләкләндек. Уға экскаватор алып, ауыл ихтыяжында ҡулланырға уйлайбыҙ. Был конкурс сиктәрендә бик күп спорт, мәҙәни саралар уҙғарылды. Егеттәр мобиль мунса эшләп махсус хәрби операция биләмәһенә лә барып ҡайтты. Үҙебеҙҙең ауыл биләмәһенән хеҙмәт иткән егеттәргә мунса, гуманитар ярҙам алып барҙыҡ, – тип һөйләне ауыл хакимиәте башлығы. Йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуға килгән халыҡтың да һорауҙары байтаҡ булып сыҡты. Амангилделә мәктәп булмауы йәмәғәтселек вәкилдәрен дә борсоуға һалды. Был йәһәттән хәл итеү юлдарын эҙләү маҡсаты ҡуйылды. Яңы предприятиеның эш башлау ихтималлығы был ауылда йәшәүселәрҙе лә хәүефләндерә. Тәбиғәт, халыҡ зыян күрер, тигән борсолоу бар күңелдәрендә. Шул уҡ ваҡытта 50 йыл элек ошо ауылға килен булып төшкән, ғүмер буйы медицина өлкәһендә хеҙмәт иткән Венера апай Мансурова халыҡты сабыр булырға саҡырҙы: – Был мәсьәләлә бөтәбеҙҙең ҙә йөрәге һыҙлай. Һәр яҡлап уйлап эш итергә кәрәк. “Ил ни күрһә, шуны күрербеҙ” ти ине боронғолар. Мин дә үҙ илемдең патриоты. Әгәр илебеҙгә баҡыр рудаһы кәрәк икән, ил яҙмышын бергәләп хәл итәйек. Экологик талаптарҙы үтәһәләр, халыҡтың һүҙенә ҡолаҡ һалһалар, халыҡ менән бергә эшләһәләр, ҡаршы килеү кәрәкме икән? Яңы предприятие асылыуы район үҫешенә лә йоғонто яһар. Егеттәребеҙ махсус хәрби операциянан ҡайтһа, уларға эш булыр ине. Экологияға килгәндә, һәр беребеҙҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булһа икән. Өмәләр ваҡытында пластик шешәләр аҙым һайын осрай, йыйыштырғанда тоҡлап йыябыҙ. Тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт шунан башлана, – тигән фекерен әйтте. Осрашыу мәлендә медицина фәндәре кандидаты Наил Ғабдуллиндың сәләмәтлеккә ҡағылышлы кәңәштәре лә урынлы булды. “Һаулыҡтың 10 проценты медицинаға бәйле булһа, 90 проценты – үҙегеҙгә”, тигән һүҙҙәр күптәрҙе уйландырғандыр. Билдәле журналист Рита Өмөтбаева алып барған ауылдарҙағы осрашыу йылы кәңәш ҡороу рәүешендә үтте, рәхмәт әйтеүселәр ҙә күп булды. Артабан да бәйләнештә булып, был тарафтағыларҙың проблемаларын бергәләп хәл итергә тигән маҡсат менән таралышты осрашыуҙа ҡатнашыусылар. Экология белгестәре йәнә Әбйәлилдә Әбйәлил районында геология-разведка эштәре башланыуы тураһындағы хәбәр был тарафта йәшәүселәрҙә һорау артынан һорау тыуҙыра. Бары тик белгестәрҙең тикшеренеүҙәре аша ғына уларға төплө, дөрөҫ яуап биреп була. Ошо маҡсатта был яҡтарға туҡтауһыҙ белгестәр ағыла. Беҙ барғанда Буранғол ауылы клубында Росприроднадзорҙың тәбиғәтте файҙаланыу тармағында Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Бындай осрашыуҙар халыҡҡа туранан-тура белгестәрҙән үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкинлек бирә, ти Әбйәлил районы хәкимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Хәлилов. – Инвестпроект планлаштырылыуы менән бәйле район хакимиәтенә бик күп һорауҙар килә. Муниципаль район хакимиәте башлығы булараҡ, халыҡҡа мәғлүмәт еткереүҙе тәьмин итергә тейешмен. Ошо маҡсатта төрлө белгестәрҙе саҡырабыҙ. Бөгөн дә осрашыу ойошторҙоҡ. Быға тиклем дә бындай саралар уҙғарылды. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры, республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры килде, Ауыл хужалығы, Урман хужалығы министрлығы вәкилдәре лә халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Һорауҙар туҡтамайынса, бындай осрашыуҙар ҙа дауам итәсәк. Урындағы үҙидара органы булараҡ, тәүге сиратта йәшәүҙе тәьмин иткән мәсьәләләр менән шөғөлләнәбеҙ, шулай уҡ райондағы тотороҡло хәлде булдырыу ҙа беҙҙең төп маҡсат. Шуға ла бындай осрашыуҙар кәрәкле. Сөнки халыҡ үҙҙәренең һорауҙарына туранан-тура яуап ала. Шуны ла билдәләү мөһим, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов беҙгә килгән ваҡытта халыҡ уға “Салауат совхозы эргәһендә радиация күмелгәнме?” тигән һорау биргәйне. Был һорауға аныҡ яуапты белер өсөн әле махсус лаборатория килде. Халыҡ ҡатнашлығында тейешле тикшереү эштәре башҡарыласаҡ. Үткән аҙнала һыу буйынса һорау килеп тыуғас, Роспортребнадзор белгестәре килеп, Ҡыҙыл йылғаһының, Яҡтыкүлдең, эсәр һыуҙың да пробаһын алып китте. Анализ һөҙөмтәләре халыҡҡа еткереләсәк, – тип һөйләне район хакимиәте башлығы. Ауыл кешеләре комбинат эш башлаһа, йылғаны бысратмаҫмы, үҫемлектәренә зыян итмәҫме, тигән һорауҙарҙы күп күтәрҙе. Роман Александрович был йәһәттән халыҡҡа төплө аңлатма бирҙе. – Объект төҙөгәндә федераль экологик экспертиза эшләнә. Беҙҙең рөхсәтһеҙ, федераль структураларының рөхсәтенән тыш, завод үҙенең эшмәкәрлеген алып бара алмай. Предприятие үҙенең эшен башлар алдынан, геология разведка сараларын башҡара. Әлегә предприятие үҙенең эшен алып барасағы тураһында тик ниәттәр генә бар. Беҙҙең адресҡа төҙөлөш фаразланауына баһа биреүгә бер ниндәй ҙә документтар килмәне. 174-се федераль законға ярашлы, Росприроднадзор Башҡортостандан, Мәскәүҙән эксперттарҙы йәлеп итеп федераль экологик экспертиза үткәрә. Унан һуң федераль кимәлдә баш дәүләт экспертизаһы эшләнә. Муниципаль орган төҙөлөшкә рөхсәт биргәндән һуң, экология талаптарға ярашлы, был объектты төҙөүҙе күҙәтеүгә алабыҙ. Әгәр етешһеҙлектәр бар икән, беҙҙең рөхсәтһеҙ, был объект файҙаланыуға тапшырыла алмай. Росприроднадзор күҙәтеүе аҫтында бөгөнгө көндә дөйөм алғанда республикала өс меңләп объект бар. Федераль законға ярашлы, 1-се категорияға ҡараған һәр объекттың сығарылған ҡалдыҡтарға (выброс) комплекслы экологик рөхсәте булырға тейеш һәм автоматик рәүештә контроль датчиктары ҡуйыла. Бөгөн “Салауат” предприятиеһының геология-разведка эштәре өсөн лицензияһы бар. Проектҡа ярашлы 34 скважинаны быраулау билдәләнгән. Геология-разведка эштәре тамамланғандан һуң, скважиналар рекультивацияланырға тейеш. Әле улар геология-разведка эштәренә тотонмаған. Әгәр был биләмәлә Ҡыҙыл китапҡа ингән хайуандар, үҫемлектәр бар икән, улар күсереп ултыртылырға тейеш. Бөгөн Башҡортостанда беҙгә мөрәжәғәт иткән 30-лап объект төҙөлә. Беҙ уларҙы күҙәтеүгә алғанбыҙ, – тине ул. “Халыҡтың фекере иҫәпкә алынамы?” тигән һорауға ла белгес яуап бирҙе. Экология экспертизаһына ярашлы, халыҡ ҡатнашлығында асыҡ тыңлауҙар үтеүе, унда ниндәй һорауҙар бирелеүе, яуаптар әйтелеүе тураһында мәғлүмәттәр тупланасағы билдәләнде. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов, геология запастарын өйрәнеү стадияһында бында эш алып барыу маҡсатҡа ярашһыҙ, тигән ҡарарға ла килеүҙәре мөмкин булыуын әйтте, ул ваҡытта компанияның бөтөнләй китеүе ихтималлығын билдәләне. Нисек кенә булмаһын, бындай осрашыуҙар халыҡ өсөн кәрәкле. Ҡайҙандыр таралған мәғлүмәттәр йәки ниндәйҙер фараздар аша түгел, белгестәрҙең аныҡ яуабы уларға дөрөҫлөктө табырға юл аса. Автор фотолары.