Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Китабыңды алмаш!

III Китап байрамы алдынан “Китап” нәшриәте кибетендә буккроссинг эстафетаһы башланды. Уның идеяһы бик ябай, шул уҡ ваҡытта изге лә: үҙеңдәге китапты икенсе берәүгә бүләк итергә була. Акцияла Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26-сы йортта урынлашҡан “Китап” магазинында ҡатнашырға, китапты алыштырып алырға ла мөмкин. БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сарала ҡатнашты һәм эстафетаны артабан яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовҡа тапшырҙы. Министрҙың был аҙымы акцияның мөһимлеге тураһында һөйләй һәм мәҙәниәтлелеген арттырырға теләгәндәрҙе уға ҡушылырға өндәй. Бындай саралар китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға, урындағы авторҙарға иғтибар итергә һәм республикала уҡыу мәҙәниәтен күтәреүгә лә булышлыҡ итә. Ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла акцияла ҡатнашайыҡ, дуҫтар. Китап уҡыуҙы бергәләп ҡайтанан популярлаштырайыҡ! Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.