Тиҙҙән халыҡ-ара Китап байрамы башлана. Унда “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу ҙа ҡарала. Унда ҡатнашыу өсөн шундай шарт үтәлергә тейеш - баҫмаға нәҡ “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарылған көндәрҙә - 2025 йылдың 30 майынан 1 июненә тиклем ярты йылдан кәм булмаған ваҡытҡа яҙылырға. Отош ике тапҡыр уҙғарыла: 31 майҙа 17.30 – 18.00 сәғәттәрҙә Өфөләге Совет майҙанындағы Бәләкәй сәхнәһендә; 1 июндә - 15.15-15.45 сәғәттәрҙә шунда уҡ Бәләкәй сәхнәлә. Бүләктәр матур: саң һурҙырғыс, гриль, тостер, блендер, наушниктар. Фото: Ринат Рәжәпов. https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-05-23/gazety-i-zhurnaly-bashkirii-razygrayut-prizy-na-kitap-bayrame-4248581