III “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһенә күренекле шәхестәр ҡатнашлығындағы бай эшлекле программа әҙерләнгән. Ҡунаҡтар араһында – РФ Яҙыусылар союзы рәйесе һәм беренсе секретары Владимир Мединский, РФ Китап союзы президенты Сергей Степашин, РФ Дәүләт китапханаһының генераль директоры Вадим Дуда һәм башҡалар. Быйылғы сарала төп иғтибар документаль прозаға һәм нон-фикшен (ысынбарлыҡтағы факттарға нигеҙләнгән, тарихи ваҡиғалар тураһындағы әҫәрҙәр) жанрына бирелә. Глобаль үҙгәрештәр һәм ҡатмарлы ваҡиғалар заманында йәшәгәндә, бындай китаптар айырым әһәмиәткә эйә. Улар донъяны һәм үҙеңде аңларға ярҙам итә. Әҙәби йәрминкәлә ошо жанрҙа яҙылған баҫмалар күп була: хәҙерге замандағы ҡаршылыҡтарҙы, социаль һәм сәйәси үҙгәрештәрҙе тасуирлағаны, яуаптар эҙләгәне лә, шәхси тарихтарҙы бәйән иткәндәре лә. Китап байрамын ҡарарға килеүселәр яңы баҫмаларҙы күреү, нон-фикшен жанрында яҙған билдәле әҙиптәрҙең әҫәрҙәре менән таныштырыу сараларында булыу мөмкинлегенә эйә. Әйтәйек, шуларҙың береһе – Донецки