☀Йәй эҫе һәм ҡоро булмаҡсы Быйыл Рәсәйҙә йәйҙең ғәҙәттән тыш эҫе һәм ҡоро килеүе көтөлә, тип фаразлай синоптиктар. Йәй айҙарында ғәҙәттәгенән 2-3 градусҡа эҫерәк булмаҡсы. Был миллионлы мегаполистарға, шул иҫәптән Өфөгә лә ҡағыла. Хәйер, былтыр ҙа эҫе йәй вәғәҙәләгәйнеләр, әммә фараз дөрөҫкә сыҡманы. Барыһы ла яҡшы булһын, шифалы ямғырҙар яуһын)