Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Беҙҙең төбәктәр шундай оҡшаш..."

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге төбәк рәсми делегацияһының Таулы Алтайға сәфәре ваҡытында Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак менән киңәйтелгән кәңәшмә үткәрелде. Унда ҡатнашыусылар хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләрен ҡараны һәм перспективалар тураһында һөйләште. Үҙенең сәләмләү һүҙендә Андрей Турчак төбәктәр араһында тура авиабәйләнеште булдырыуҙың айырыуса мәғәнәгә эйә булыуы тураһында белдерҙе. - Республикаларыбыҙ араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәт һәм үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланмай тиерлек. Быға кәртә булған сәбәптәрҙең береһе – авиабәйләнештең юҡлығы. Беҙҙең сәфәр ваҡытында Радий Фәрит улы Хәбиров менән был хаҡта килештек һәм бөгөн был килешеүҙәрҙең тормошҡа ашыуы мөһим. Бөгөн Өфө – Таулы Алтай маршруты асылды һәм бөгөн һеҙҙең делегация был рейсты файҙаланды ла, - тине Андрей Турчак. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан менән Алтайҙы дөйөм мәҙәни ҡиммәттәрҙән, тарихи тамырҙарҙан һәм ментали

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге төбәк рәсми делегацияһының Таулы Алтайға сәфәре ваҡытында Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак менән киңәйтелгән кәңәшмә үткәрелде. Унда ҡатнашыусылар хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләрен ҡараны һәм перспективалар тураһында һөйләште. Үҙенең сәләмләү һүҙендә Андрей Турчак төбәктәр араһында тура авиабәйләнеште булдырыуҙың айырыуса мәғәнәгә эйә булыуы тураһында белдерҙе. - Республикаларыбыҙ араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәт һәм үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланмай тиерлек. Быға кәртә булған сәбәптәрҙең береһе – авиабәйләнештең юҡлығы. Беҙҙең сәфәр ваҡытында Радий Фәрит улы Хәбиров менән был хаҡта килештек һәм бөгөн был килешеүҙәрҙең тормошҡа ашыуы мөһим. Бөгөн Өфө – Таулы Алтай маршруты асылды һәм бөгөн һеҙҙең делегация был рейсты файҙаланды ла, - тине Андрей Турчак. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан менән Алтайҙы дөйөм мәҙәни ҡиммәттәрҙән, тарихи тамырҙарҙан һәм менталитеттан торған тәрән рухи бәйләнеш бәйләүе тураһында әйтте. - Беҙ Алтай Республикаһы менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен юғары баһалайбыҙ. Берҙәм үҫеш өсөн мөһим һөҙөмтәләргә бергә өлгәшергә теләйбеҙ, - тине Андрей Назаров. Кәңәшмә ваҡытында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Алтай Республикаһының сәнәғәт йәһәтенән үҫеше өлкәһендә Башҡортостан остазлығын тормошҡа ашырыу буйынса проект ҡаралды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевтың әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Алтай Республикаһының Сәнәғәт үҫеше фонды менән уңышлы хеҙмәттәшлек булдырылған. Кәңәшмә ваҡытында Алтай Республикаһының халыҡ-ара хеҙмәттәшлеген киңәйтеү һәм төбәк предприятиеларының экспорт ҡеүәтен үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычеваның әйтеүенсә, республиканың Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡрағанда, былтыр Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше, 2023 күрһәткестәрен ҡарағанда, 6,4 процентҡа артҡан. Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, туризм өлкәһе үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү өсөн юғары ҡеүәткә эйә. Таулы Алтай менән Башҡортостан – Рәсәйҙән ситтә лә билдәле бренд, тине ул. Ул Башҡортостандың Алтай коллегаларына уңышлы тәжрибә менә уртаҡлашырға әҙер икәнлеге тураһында әйтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Беҙҙең төбәктәр шундай оҡшаш. Бөгөн тағы бер тапҡыр быға инандым”, - тип яҙған. Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26891/