Һуңғы ваҡытта рулгә ултырған балалар ҡатнашлығында булған юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы хәүефләндерә. Йәй етеү менән мототранспортта елдереүсе үҫмерҙәр тағы ла күбәйә, уларҙың автомобиль менән идара итеү осраҡтары ла һирәк түгел. Бәлиғ булмағандарҙың ҡатнашлығында булған юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы 29 майҙан октябрь аҙағына тиклем "Рулгә ултырма, малай!" ("Не рули, малай") исемле социаль кампания иғлан итте. -Беҙ балаларға руль артына ултырыуҙы тыябыҙ һәм атай-әсәйҙәрҙе лә ошо ҡарашта булырға саҡырабыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлағыҙ! Йәйге каникулдар хәүефһеҙ үтһен! -тип теләне социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.
Һуңғы ваҡытта рулгә ултырған балалар ҡатнашлығында булған юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы хәүефләндерә
3 июня 20253 июн 2025
~1 мин