“Экология именлеге” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Экологическое благополучие”) Башҡортостанда ағас үҫентеләре өсөн орлоҡтарҙы сәсеү дауам итә. Был эштәр шулай уҡ республиканың ике урман хужалығында: Маҡар һәм Кананиколь урман хужалыҡтарында алып барыла, тип хәбәр итә төбәктең Урман хужалығы министрлығы. Маҡар урман хужалығында ҡарағай үҫентеләре өсөн 600 кассета махсус пластик контейнерҙар сәселгән. Унда 48, 6 мең ағас үҫтереү ниәтләнә. Кананиколь урман хужалығында быйыл 162 мең сәсеү материалы әҙерләнәсәк. -Теплицаларҙа сәсеү материалы ике –өс йыл дауамында үҫәсәк. Артабан “Экология именлеге” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урманды тергеҙеү өсөн ҡулланыласаҡ. Үҫентеләрҙе тәрбиәләү ҡатмарлы түгел. Иң мөһиме даими һыу һибеү тороу, - ти Башҡортостандың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. “Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй, кешеләрҙең тормошон уңайлы итә. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарар