“Атайлыҡ даны” республика конкурсында 170-кә яҡын кеше ҡатнаша Йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүселәр араһында спортсылар, уҡытыусылар, хәрбиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар бар. Уларҙың күбеһе ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә, йәмәғәт ойошмалары ағзаһы булып тора. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайҙар ҙа ғариза тапшырған. Конкурста иң йәш ҡатнашыусыға – 26, иң өлкәненә – 84 йәш. Улар өлгөлө атай, татыу ғаилә башлығы. Ярыш еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын октябрҙә – Атайҙар көнөндә үткәреү ҡарала, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан.
“Атайлыҡ даны” республика конкурсында 170-кә яҡын кеше ҡатнаша
3 июня 20253 июн 2025
2
~1 мин