Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфө – Бөрө – Яңауыл юлын ремонтлау башланды

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Өфө — Бөрө — Яңауыл юлын ремонтлай башланылар, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Ҡалтасы районының Күсәш ауылы эргәһендәге 2,8 километрлыҡ участкала иҫке япманы алып ташлайҙар һәм тигеҙләү ҡатламын эшләйҙәр. Подрядсылар асфальтты яңыртырға, юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр ҡуйырға ниәтләй. — Был трасса – республиканың транспорт селтәренең мөһим өлөшө. Ул Өфөнө төньяҡ-көнбайыш райондары менән бәйләй һәм күп ауылдарҙа йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. 2025 йылда был юлдың дөйөм оҙонлоғо 10 километр самаһы булған алты участкаһын ремонтлау планлаштырыла. Эштәр Бөрө, Борай, Ҡалтасы һәм Мишкә райондарында үтәсәк. Өфө — Бөрө — Яңауыл юлын ремонтлауҙы 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. Быйыл “Тормош өсөн инфраструктура” мил

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Өфө — Бөрө — Яңауыл юлын ремонтлай башланылар, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Ҡалтасы районының Күсәш ауылы эргәһендәге 2,8 километрлыҡ участкала иҫке япманы алып ташлайҙар һәм тигеҙләү ҡатламын эшләйҙәр. Подрядсылар асфальтты яңыртырға, юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр ҡуйырға ниәтләй. — Был трасса – республиканың транспорт селтәренең мөһим өлөшө. Ул Өфөнө төньяҡ-көнбайыш райондары менән бәйләй һәм күп ауылдарҙа йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. 2025 йылда был юлдың дөйөм оҙонлоғо 10 километр самаһы булған алты участкаһын ремонтлау планлаштырыла. Эштәр Бөрө, Борай, Ҡалтасы һәм Мишкә райондарында үтәсәк. Өфө — Бөрө — Яңауыл юлын ремонтлауҙы 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. Быйыл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә төбәктең 280 километр терәк юл селтәре ремонтланасаҡ. 83 объект, шул иҫәптән Өфө — Инйәр — Белорет, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск, Магнитогорск — Ира, Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе, Белорет — Учалы — Мейәс һәм башҡа трассалар тәртипкә килтереләсәк. Фото: ufa.mk.ru