Найти в Дзене

Зөһрә АРСАЕВА: “Еңеү өсөн берләштек”

Башҡортостанда “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы эшләй. Ул яҡындары махсус хәрби операцияла булған гүзәл заттарҙы берләштерә. Ҡыҙҙар яугирҙәрҙең әсәйҙәренә, тормош иптәштәренә, шулай уҡ һалдаттарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатын ҡуя. Яңыраҡ ойошма ағзалары Донбассҡа сәфәр ҡылды. Улар хәрбиҙәребеҙгә гуманитар ылау алып барҙы, концерт ойошторҙо. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – “Ете ҡыҙ”ҙың берәүһе, ирекмән, “Юлдаш” радиоһы журналисы Зөһрә АРСАЕВА. – Зөһрә, беҙ һине оҙаҡ йылдар журналистикала эшләгән хеҙмәттәшебеҙ, хәҙер инде ирекмән булараҡ беләбеҙ. Ошо сәфәр тураһында һөйләһәң ине. – 9 майҙа – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашҡандан һуң алыҫ юлға сыҡтыҡ. Был сәфәрҙе ойоштороуға ҙур көс һалған Ләйсән Рабадановаға ихлас рәхмәт әйтәм. Ул – ысын лидер! Водитель Альфред Сафинға, йырсы Гөлсөм Бикбулатоваға, коллегаларым Динара Сафинаға һәм Наил Юнысовҡа, шулай уҡ Силәбе ирекмәне Раушания Нишановаға оло хөрмәтемде белдерәм. Улар менән алыҫ юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәне. Өфөнән Доне

Башҡортостанда “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы эшләй. Ул яҡындары махсус хәрби операцияла булған гүзәл заттарҙы берләштерә. Ҡыҙҙар яугирҙәрҙең әсәйҙәренә, тормош иптәштәренә, шулай уҡ һалдаттарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатын ҡуя. Яңыраҡ ойошма ағзалары Донбассҡа сәфәр ҡылды. Улар хәрбиҙәребеҙгә гуманитар ылау алып барҙы, концерт ойошторҙо. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – “Ете ҡыҙ”ҙың берәүһе, ирекмән, “Юлдаш” радиоһы журналисы Зөһрә АРСАЕВА. – Зөһрә, беҙ һине оҙаҡ йылдар журналистикала эшләгән хеҙмәттәшебеҙ, хәҙер инде ирекмән булараҡ беләбеҙ. Ошо сәфәр тураһында һөйләһәң ине. – 9 майҙа – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашҡандан һуң алыҫ юлға сыҡтыҡ. Был сәфәрҙе ойоштороуға ҙур көс һалған Ләйсән Рабадановаға ихлас рәхмәт әйтәм. Ул – ысын лидер! Водитель Альфред Сафинға, йырсы Гөлсөм Бикбулатоваға, коллегаларым Динара Сафинаға һәм Наил Юнысовҡа, шулай уҡ Силәбе ирекмәне Раушания Нишановаға оло хөрмәтемде белдерәм. Улар менән алыҫ юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәне. Өфөнән Донецк Халыҡ Республикаһына ике мең километр самаһы. Иң тәүҙә дуҫыбыҙ, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов менән күрешергә һөйләшкәйнек. Ул бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Яраланған, госпиталдә дауалана. Илһөйәр ағайыбыҙ менән осрашыу тулҡынландырғыс булды. Уның нисек шатланғанын күрһәгеҙ! Тимерйән Рәжәп улы Башҡортостан күстәнәстәрен алыуына ҡыуанды. Киләһе туҡталышыбыҙ Макеевкала булды. Бындағы госпиталдә республика табиптары эшләй. Уларҙың береһе – хирург Салауат Күсәрбаев. Яҡташыбыҙ 2022 йылдан яралы яугирҙәрҙе дауалай. Иптәштәре әйтеүенсә, Салауат – алтын ҡуллы табип. Ул бик күп кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарған. Артабан беҙ Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальонға юл тоттоҡ, хәрбиҙәргә шулай уҡ тыуған яҡ сәләмен тапшырҙыҡ, күстәнәстәр һәм балалар яҙып ебәргән хаттарҙы өләштек. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Наил Юнысов яугирҙәребеҙгә йыр-моң бүләк итте. Хәрбиҙәр үҙ сиратында күңел ҡыуанысы кисереүен йәшермәне. “Тыуған яҡ көйҙәре өсөн рәхмәт! Артистарыбыҙҙы йышыраҡ алып килегеҙ. Матур йыр, яҡшы һүҙ, өй күстәнәстәре, иғтибар һәм ихтирамығыҙ беҙҙең рухты нығыта”, – тип ҡалды улар. – Фронтта йыр-моңға урын бармы? – Һуғышта, һис шикһеҙ, йыр кәрәк. Улар ауырлыҡтарҙы еңелерәк үткәрергә булышлыҡ итә. ңРеспублика башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш булдырыу буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов та ошо турала һөйләне. “Башҡортостан яугирҙәре ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Улар көн һайын батырлыҡ ҡыла. Махсус хәрби операция биләмәһендә сығыш яһаған артистар, шағирҙар ир-егеттәрҙең рухын нығыта. Бында үҙебеҙҙең милли йыр-моңдарыбыҙ танһыҡ”, – тине ул. Беҙҙән алда “Башҡортостан” полкында халыҡ шағиры Марсель Сәлимов, ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов булып киткән. Алик Камалетдинов полкка иң йыш килгән артисты ла атаны. Ул – Рәмил Бәҙәмшин. Республиканың башҡа сәнғәт әһелдәрен дә унан өлгө алырға саҡырам. Беҙ “Башҡортостан” полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһына барҙыҡ. “Әсән” позывнойлы яугир, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов шунда эшләй. Ул хәрбиҙәр өсөн тамашалар, ярыш һәм уйындар ойоштороп тора. Әйткәндәй, полкта төрлө милләт кешеләре хеҙмәт итә. Гөлсөм Бикбулатованың моңло йырҙарын барыһы ла таң ҡалып тыңланы, бигерәк тә “Ҡайтығыҙ” тигән йырҙы айырыуса яратып ҡабул итте. Ул оран да, доға ла, теләк тә булып яңғыраны. Барлыҡ Ватан һаҡсылары иҫән-һау әйләнеп ҡайта күрһен. Наил Юнысов гитарала уйнап йырлап ебәргәйне, уға күптәр ҡушылды. Һуғышта кешеләр генә түгел, хатта эттәр ҙә йырға һыуһай кеүек тойолдо. Урманда сығыш яһағанда шундай күренешкә тап булдыҡ: “Град” ҡушаматлы эт концерт ҡуйған урындан бер аҙым да ситкә китмәне. “Башҡортостан” полкында тағы ла бер йырсыбыҙ хеҙмәт итә. Ул – Ҡариҙел егете Марсель Фәрхетдинов. Алғы һыҙыҡта “Йырсы” тигән ҡушамат алған, инженер-сапер ротаһында старшина. Марсель менән яҡшы танышбыҙ. Уның тураһында тапшырыуҙар ҙа әҙерләгәнем булды. – “Башҡортостан” полкында кемдәр хеҙмәт итә? Яугирҙәр менән осрашыу ниндәй хәтирәләр ҡалдырҙы? – Һәр иҫтәлекле мәл, хатта тарих, тиер инем. “Башҡортостан” полкы – данлыҡлы һәм өлгөлө хәрби берләшмә. Унда төрлө һөнәр эйәләре бар. “Башҡортостан”да бөтә Рәсәйҙән хеҙмәт итәләр. Мәҫәлән, Семен Атласов – Саха (Якут) Республикаһынан. Алғы һыҙыҡта ул “Яҡут” позывнойын һайлаған. “Башҡорттар – иҫ киткес берҙәм халыҡ. Һоҡланам. Бында килеүемә ғорурланам, әллә күпме дуҫтар таптым. Һуғыш бөткәс, мотлаҡ Өфөгә барам”, – тип ҡалды Семен. Яңауылдан “Скала” позывнойлы яугир менән аралаштым. Ысынлап та, ҡая кеүек ир, киң яурынлы, оҙон буйлы. Ул Чечняла һәм Абхазияла булған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. 2023 йылда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән, Даян Мурзин батальонында хеҙмәт итә. Ҡаты яраланған, әммә һаулығын нығытҡас, иптәштәре янына кире килгән. Бөгөн ул – водитель, яраланған яугирҙәрҙе ташый һәм алғы һыҙыҡҡа аш-һыу алып бара. Уны өйҙә ҡатыны Зәнфирә һәм өс балаһы көтә. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында аттар ҙа хеҙмәт итә. Хәрби малдарҙы яҡташым, Мишкә районынан “Бабай” позывнойлы яугир ҡарай. “Аттар аҡыллы, егәрле. Ямғырлы көндәрҙә ауыр техниканы алмаштыра”, – тип һөйләне ул. “Бабай” аттарҙы ашата, егә, ашхананан ҡалған ризыҡты алып килә. Полкта әтәс һәм тауыҡтар, сусҡалар бар. Теплицала сәскәләр һәм йәшелсәләр үҫә. Уңған кеше ҡайҙа ла юлын таба. Шарттар тыуҙырырға тырыша. Беҙҙең ир-егеттәрҙең блиндаждары таҙа, бөхтә, һәр яҡлап тәртиптә. Яугирҙәр менән аралашҡанда күңел тула. Улар тыуған яҡтарынан бик алыҫта ил мәнфәғәтен яҡлай. 85 йыл элекке ваҡиғалар ҡабатланмаһын өсөн йәнен аямай, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Һәр береһе – ысын илһөйәр, һәр береһе – ысын герой. – Зөһрә, ҡатын-ҡыҙ яугирҙәр менән осрашыу мөмкинлеге булдымы? – Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында “Колибри” һәм “Луна” позывнойлы шәфҡәт туташтары, полкта “Альфредовна” позывнойлы ашнаҡсы менән осраштыҡ. Улар – геройҙарға, батыр ҡатындарға һоҡланам. Уларға уңыштар һәм сәләмәтлек теләйем. – Гуманитар ярҙам нисек туплана? – “Ете ҡыҙ” ойошмаһы ҡала һәм райондар менән әүҙем эшләй. Беҙгә ярҙам иткән ирекмәндәр күп. Форсаттан файҙаланып, уларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Ойошма бөгөн дә яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ йыйыуҙы иғлан итте. Исемлек менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә танышырға мөмкин. Битараф булмаған яҡташтарыбыҙҙы изгелек ҡылырға саҡырабыҙ. – Республика ҡатын-ҡыҙҙары “Ете ҡыҙ” ойошмаһына ҡушыла аламы? – Беҙҙең социаль проект яҡындары махсус хәрби операцияла булған гүзәл заттарҙы берләштерә. Ҡыҙҙар, апайҙар, әсәйҙәр, еңгәйҙәр, беҙҙең хәрәкәткә ҡушылығыҙ. Бөгөн алғы һыҙыҡта алышҡан яугирҙәргә бергәләп ярҙам итәйек, уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрәйек. Мәҫәлән, өмәләр ойоштороп, ир-егеттәребеҙ өсөн бауырһаҡ, сәк-сәк, ҡош теле әҙерләргә була. Егеттәр был татлы ризыҡтарҙы ныҡ ярата, шулай уҡ туҡмас ҡырҡырға мөмкин. Балаларҙы туплап матур һүрәттәр төшөрөргә, йылы эстәлекле хаттар яҙырға була. Окоп шәмдәренә лә ихтыяж бар. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошма ҡыҙҙары башҡарған эштәрҙе күрһәтеп барабыҙ. Кемдер изгелек ҡылһағыҙ, ул турала һөйләп тормағыҙ, тиер. Әммә беҙ бүтәндәр ҙә ошондай уҡ ғәмәлдәр атҡара ала, тигән ниәт менән эштәребеҙҙе танытабыҙ, башҡаларға өлгө күрһәтәбеҙ. “Башҡортостан” полкы яугирҙәренең береһе аралашҡанда: “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ярҙамы беҙгә көс һәм ныҡлыҡ бирә. Беҙҙе ҡанатландыра”, – тине. Шуға күрә илебеҙ һаҡсыларына терәк-таяныс булыу мөһим. Ватаныбыҙ өсөн яуаплы мәлдә бәхәс ҡормайыҡ, төрлө яҡҡа тартҡылашмайыҡ, Еңеү өсөн берләшәйек! Еңеү тылда ла сүкелә, тиҙәр. Ошо эшкә гүзәл заттар лайыҡлы өлөш индерергә тырыша. “Ете ҡыҙ” – бының лайыҡлы миҫалы. – Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Зөһрә! Һәр уй-теләктәрең бойомға ашһын! Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште. ҺҮРӘТТӘ: Зөһрә Арсаева ире, “Журналист” позывнойлы яугир Рафиҡ Әхмәтшин менән. Фото: Зөһрә Арсаеваның шәхси архивынан.