Һуңғы осорҙа Урал аръяғында, атап әйткәндә, Әбйәлил районында халыҡ араһында тынғыһыҙлыҡ күҙәтелә. Сәбәбе бер: ошо ерҙәрҙә инвестор баҡыр ресурстарын иҫбатлар өсөн геологоразведка эшләргә ниәтләй һәм әгәр был прогноз ҡаҙылмалар иҫбатланһа, тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү пландарын халыҡҡа еткерергә тырыша. Әйтергә кәрәк, мәсьәлә яңы түгел. Бынан бер нисә йыл элек ошо тема буйынса ҡыҙыу бәхәстәр булғаны, һөҙөмтәлә, предприятиеның Әбйәлил ерҙәрендә эштәрҙе ваҡытлыса туҡтатыуы билдәле. Аңлауыбыҙса, мәсьәлә әлегәсә хәл ителмәгән. Нисек кенә булмаһын, шуныһы асыҡ: проблеманы уртаға һалып асыҡтан-асыҡ һөйләшмәйенсә, уны сисеү юлдарын бер ваҡытта ла табып булмаясаҡ. Мәғлүмәт наҡыҫлығы – үҙе бер бәлә Тап ошо ниәт менән ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында Башҡарма комитет ултырышы ойошторолдо, сараға йәмәғәтселек вәкилдәре саҡырылды. Халҡыбыҙҙың зыялылары инвестор мәнфәғәттәрен хәстәрләгән “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиленең сығышын тыңланы, үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Быға тиклем Бөтә донъя башҡорттары рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Юлдаш Йосопов бер төркөм Башҡарма комитет ағзалары менән Әбйәлил районы ауылдарында осрашыуҙарҙа булып ҡайтҡайны. Дөйөм алғанда, ул урындағы халыҡтың тыуған ер яҙмышы өсөн хафаланыуын, шул уҡ ваҡытта, киләсәктә ниндәй перспективалар көтөүен бөтөнләй тиерлек белмәүен билдәләне. Тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлгән осраҡта эсәр һыу (Бәләкәй һәм Ҙур Ҡыҙыл йылғалары) сығанаҡтарына зыян килеү ихтималлығы ни тиклем юғары; ҙур производство өсөн һыу ҡайҙан аласаҡтар; ауылдар, юлдар туҙан менән ҡапланмаҫмы; сәнәғәт предприятиеһы кешеләрҙең һаулығына ниндәй йоғонто яһаясаҡ; мәғдән рудаһы алған урындар нисек рекультивацияланасаҡ – ошо һәм башҡа һорауҙар урындағы халыҡты ифрат борсой. Юлдаш Мөхәммәт улы белдереүенсә, шул уҡ ваҡытта уларҙы мәғлүмәт аҙлығы, сәнәғәт компанияһы менән асыҡтан-асыҡ, халыҡҡа аңлайышлы телдә һөйләшеүҙәр булмауы хафаға һала – билдәһеҙлек үҙе үк ҡурҡыта, төрлө уйҙырмалар тыуҙыра. Вәғәҙә – иманмы? Әбйәлил районындағы инвестиция проектына лицензия Волга буйы федераль округы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты тарафынан «Салауат» яуапылығы сикләнгән йәмғиәтенә 2044 йылға тиклем бирелгән, уға ярашлы, ойошма шул уҡ исемле баҡыр-порфир ятҡылығы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу хоҡуғына эйә. Маҡсаттары – геологик тикшеренеүҙәр, разведка эштәре үткәреү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, шул иҫәптән уларҙы сығарыу ҡалдыҡтарын һәм уға бәйле эшкәртеү производстволарын файҙаланыу. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисындағы осрашыуҙа был хаҡта ентекләп “Салауат” яуапылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев һөйләне. Күҙаллауҙар буйынса, ятҡылыҡта баҡыр мәғдәндәренең ресурстары 208,7 миллион тонна самаһы тәшкил итә, баҡыр – 992, 6 мең тонна. Геологик разведка эштәре барышында күҙаллауҙар аныҡлау талап итә, был эштәр эҙләү-баһалау һәм разведка стадияларын үткәндә билдәләнә. Эшләү ысулы – асыҡ, байыҡтырыу фабрикаһында эшкәртеү юлы менән. Геологик разведка осоронда геологик скважиналарҙы быраулау, махсус лабораторияларҙа пробалар алыу һәм уларҙы анализлау күҙаллана. Быраулау эштәренең яҡынса ваҡыты – 2 - 3 ай. Разведка тамамланғандан һуң бөтә скважиналар рекультивацияланасаҡ, ә скважиналар өсөн ҡырҡылған урман дәүләткә һатыу өсөн тапшырыласаҡ, дәүләт органдары күрһәткән урында урман тергеҙеү эштәре башҡарыласаҡ, тип вәғәҙә итә сәнәғәтселәр. Һандарға күҙ һалайыҡ. Мәғдән запастары раҫланған осраҡта йылына 10 миллион тонна самаһы мәғдән етештереләсәк, тип үрҙә телгә алғайныҡ. Рудник һәм байыҡтырыу фабрикаһы төҙөлөшөнә күҙалланған инвестициялар күләме 40 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Әйтергә кәрәк, һүҙ ябыҡ һыу әйләнеше ҡулланылған, экологияға һәм хеҙмәт шарттарына иғтибар бирелгән заманса производство хаҡында бара. Иҡтисади әүҙемлектең артыуын иҫәпкә алып, предприятие тулы ҡеүәтенә сыҡҡанда (был 2030 йылда булыр тип көтөлә), бында 1,5 меңгә яҡын кеше эшкә урынлашасаҡ, хеҙмәткәрҙәрҙең 95 процентын урындағы халыҡ тәшкил итәсәк. Шулай уҡ, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҡыр запастары раҫланған осраҡта Әбйәлил районында иң эре һалым түләүсе булырға ниәтләй. "Салауат" директоры Таһир Бәхтегәрәев хәбәр итеүенсә, компания йыл һайын, проектты тормошҡа ашырған осраҡта, район ҡаҙнаһына 250 миллион һум самаһы һалым күсерергә планлаштыра, ә бөтә һалым түләүҙәре суммаһы 26 миллиард һум тәшкил итергә мөмкин. Етәксе шулай уҡ, компания Әбйәлил районында социаль проекттарға өҫтәмә финанс ярҙам күрһәтергә ниәтләй, тип билдәләй. – Шуны билдәләп үтергә теләйем: был бары тик прогноздар ғына. Сәнәғәт ҡиммәтен, йәғни иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын билдәләү өсөн беҙгә әлеге этапта геологик разведка эштәре үткәрергә кәрәк. Һөҙөмтәлә беҙ мәғдән есемдәренең төҙөлөшөн билдәләй аласаҡбыҙ: унда, ғөмүмән, запастар бармы, формаһы, таралышы ниндәй, ни тәрәнлектә ята һәм башҡалар. Шунан һуң ғына тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөүҙең маҡсатҡа ярашлылығы тураһында тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Экологик йәһәттән хәүефләнеүселәр өсөн тораҡ пункттарҙың алыҫлығы хаҡында әйтеп үтәйем. Иң яҡыны – Исхаҡ ауылы, 8,5 км. арауыҡта. Буранғолға тиклем 10,5 километр. Яҡтыкүл тирәһендәге ауылдарға – уртаса ундан ашыу километр. Күлгә тиклем 12 километрҙан ашыу. Был тау - байыҡтырыу комбинаты өсөн бик ҙур ара, – ти Таһир Тимербай улы. Өсөнсө янына дүртенсе һыямы? Әйтергә кәрәк, мәғдән тарихы Урал аръяғы өсөн һис ситен түгел. "Ҡайһы берҙә миңә әкиәттәге Баҡыр тауының төп резиденцияһы Урта Уралда түгел, ә уның Көньяғында урынлашҡан кеүек тойола. Тап ошонда ул күпкә алдараҡ дәүерҙәрҙә дала ҡәбиләләренә баҡыр күрһәткән...”, - тип яҙған билдәле рус яҙыусыһы Евгений Пермяк беҙҙең ерҙәрҙәге баҡыр сығанаҡтары тураһында. Уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ ярылып ята. Уралды юҡҡа ғына Баҡыр билбауы, тип атамайҙар. Свердловск өлкәһенең Ивдель ҡалаһынан Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһына тиклем урынлашҡан был һыҙатҡа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары инә. Учалы һәм Подольск ятҡылыҡтары XVIII быуаттан билдәле, әммә уларҙы киң файҙаланыу Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына башланған. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Учалы руднигы башта приискы була, бында сығарылған алтынлы мәғдәнде перколяция заводында йыуалар. Һуғыштан һуң был тирәлә баҡыр-цинк мәғдәне разведкалана, шуға күрә рудникты реконструкциялау талап ителә. 1954 йылдан Учалы карьерын асыҡтан-асыҡ эшкәртә башлайҙар. 1968 йылдан байыҡтырыу фабрикаһы тулы ҡеүәтенә эшләй башлай, бында сығарылған баҡыр-цинк мәғдәндәрен байытыу сифатлы концентраттар алырға мөмкинлек бирә. Учалы мәғдәненән алынған баҡыр һәм цинк концентраттары оҙаҡ йылдар Урта Уралдың баҡыр иретеү комбинаттарын һәм Силәбе цинк заводын сеймал менән тәьмин итә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты баҡыр концентраты етештереү буйынса илдә өсөнсө урынды биләй, ваҡытында бында Рәсәй цинкының өстән ике өлөшө сығарыла. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң мәғдән запастары бөтөп, асыҡ ысул менән сығарыу туҡтатыла. Ябылыу осоронда карьер бик ҙур була: 900х1800 метр, тәрәнлеге - 380 метр. Әммә тиҙҙән тәрәндәрәк ятҡан мәғдән ятҡылыҡтары табыла һәм Учалы ер аҫты руднигына нигеҙ һалына, комбинат ер аҫты мәғдән запастарын эшкәртеүенә күсә. Учалынан көньяҡтараҡ йөҙ саҡрымда ятҡан Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты тарихы ла Учалыныҡына оҡшаш, әммә саҡ алдараҡ башланған. Сибай ауылы Ирәндек меридиональ һыртының көнсығыш битләүендә урынлашҡан булған, ә сәнәғәт тарихы көнбайыш битләүҙән башланған. Һырт буйлап Таналыҡ йылғаһы аға, уның ярҙарында XIX быуаттан бер нисә приискыла алтын йыуғандар һәм Баймаҡ ҡалаһындағы заводта иреткәндәр. 1913 йылда заводты Сибай һырты артында табылған баҡыр мәғдәндәрен эшкәртеүгә үҙгәртеп ҡоралар. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында баҡыр күберәк кәрәк була һәм Сибайҙа тағы бер баҡыр заводы төҙөлә. 1957 йылда Сибайҙа байыҡтырыу фабрикаһы эшләй башлағас һәм төп продукция булып концентраттар торғас, предприятие баҡыр-көкөрт комбинаты тип атала башлай. Ошо һыҙаттың дауамы тип Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатын атарға мөмкин. Производство Сибайҙан көньяҡҡа табан йөҙ саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда бер нисә баҡыр ятҡылығы бар (бәғзе белгестәр Көньяҡ Башҡортостанда һәр тау тиерлек баҡыр ятҡылығы булып тора, тип тә ебәрә). Бүребай Таналыҡ йылғаһында торғанлыҡтан, уның тарихы ла Баймаҡ тарихын хәтерләтә. Ҡул менән сығарылған тау тоҡомдарында алтын миҡдары юғары булыуы асыҡлана. Тәүҙә уны йыуалар, әммә традицион ысулдан айырмалы рәүештә, ХХ быуаттың беренсе яртыһында уҡ затлы металды заманса ысулдар менән – амальгамациялау, ә һуңынан цианирлау юлы менән сығаралар. Мәғдәнде Баймаҡ алтын-баҡыр заводына оҙаталар, хатта, ҡайһы берҙә, экспортҡа сығаралар. Прииск алтынлы мәғдән запастары бөткәнсе эшләй һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, баҡырға ихтыяж артҡандан һуң, Бүребай мәғдән идаралығы баҡыр мәғдәнен сығарыуға һәм байытыуға йүнәлтелә. Концентратты Баймаҡта баҡыр заводында һәм Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатында эшкәртәләр. Бүребай карьерын интенсив файҙаланыу баҡыр мәғдәндәре запастарының бөтөүенә килтерә һәм яңы ятҡылыҡтарҙы әүҙем эҙләүҙе талап итә. Ҙур юбилей ятҡылығы асылғандан һуң Хәйбулла тау-байыҡтырыу комбинатына нигеҙ һалына. Карьер асыла, байыҡтырыу фабрикаһы төҙөлә. Бына ошондай ҡыҫҡа ғына тарихи байҡау Әбйәлилдәге мәғдән ятҡылыҡтары төбәккә ниндәй иҡтисади үҙгәрештәр килтереүе ихтималлығын төҫмөрләргә, яҙмышын күҙалларға мөмкинлек бирә түгелме? Һис шикһеҙ, әгәр мәғдән запастары раҫланһа, бында ла яңы ҡала йә ҡасаба үҫеп сығыуы, социаль-итисади йәһәттән район тормошон тулыһынса үҙгәртеүе, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән яңы мөмкинлектәр биреүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта экология мәсьәләләһе лә асыҡ ҡала. Заман технологиялары һаҡсыл производство ойоштороу мөмкинлектәренең күплеген иҫбатлай, мәгәр улар тормошҡа ашырылырмы? Һис шикһеҙ, тәбиғәтте һаҡлау, киләсәк быуындарҙы хәстәрләү, экологик проблемаларҙың глобаль фажиғәләргә килтереүенә юл ҡуймау Әбйәлил халҡы өсөн генә түгел, тотош кешелек өсөн мөһим. Шул уҡ ваҡытта, тәбиғәттән файҙаланмайынса, иҡтисади йәһәттән алға китеш мөмкин түгел, был үҙ сиратында республиканың, илдең ҡеүәтенә бәйле. Бәхәс тынмай торған ғәмәл... Ни өсөн тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе һәр ваҡыт хәүеф һәм бәхәстәр тыуҙыра? Был, ғөмүмән, хәҙерге йәмғиәттәге иң көнүҙәк һәм бәхәсле мәсьәләләрҙең береһе һәм кешеләр араһында хәүеф тыуҙырған бер нисә факторға бәйле. Уларҙы билдәләп үтәйек. Иҡтисади мәнфәғәттәр. Бер яҡтан, был бихисап компанияларҙың һәм предприятиеларҙың тәбиғәт ресурстарын үҙ мәнфғәте өсөн файҙаланыуға бәйле. Тирә-яҡ мөхиттең торошон артҡы планға ҡуйып, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, урман ҡырҡыу һәм башҡалар барыһы ла табыш килтерә һәм эш урындары менән тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта, тәбиғәт байлыҡтарының кәмеүе һәм экологик хәлдең насарайыуы тирә-яҡ мөхиттә һәм кеше һаулығында етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ҡиммәттәр һәм өҫтөнлөктәр айырмаһы. Ҡайһы бер кешеләр иҡтисади үҫеш тәбиғәтте һаҡлауҙан мөһимерәк тип иҫәпләй. Улар фекеренсә, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу иҫәбенә йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм үҫеште тиҙәйтеү мөмкин. Башҡалар иһә, тәбиғәтте һаҡлау — ул киләсәк быуындарҙың тотороҡло үҫешенең һәм именлегенең нигеҙе, тип инана. Мәғлүмәт һәм аңлатыу етмәүе. Күптәр тәбиғәтте һаҡлау проблемаһының масштабын йәки тирә-яҡ мөхит өсөн уларҙың эшмәкәрлегенең ниндәй эҙемтәләргә килтереүен аңламай. Был ҡайһы бер кешеләрҙең экология мәсьәләләренә тейешле әһәмиәт бирмәүенә һәм тәбиғәтте һаҡлау өсөн үҙ ихтыяждарын сикләргә әҙер булмауына бәйле. Проблеманы хәл итеүҙең ҡатмарлылығы. Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе дәүләт, бизнес һәм йәмғиәт араһында комплекслы ҡараш һәм хеҙмәттәшлек талап итә. Әммә тәбиғәтте һаҡлау буйынса һөҙөмтәле сараларҙы тормошҡа ашырыу сәйәси, иҡтисади һәм социаль факторҙар арҡаһында йыш ҡына ауырлаша. Биологик төрлөлөккә йоғонто яһай. Тәбиғи йәшәү мөхитен юҡ итеү, бысратыу һәм климат үҙгәреүе күп төр үҫемлектәргә һәм хайуандарға хәүеф тыуҙыра. Был биологик төрлөлөктө һаҡлау өсөн көрәшкән экологтарҙы һәм тәбиғәтте һаҡлаусыларҙы борсой. Шулай итеп, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе иҡтисади мәнфәғәттәр, ҡиммәттәрҙәге айырмалар, мәғлүмәт етмәү, проблеманы хәл итеүҙең ҡатмарлылығы, мәнфәғәттәр конфликты һәм биологик төрлөлөккә хәүеф тыуҙырыуы арҡаһында хәүеф һәм бәхәстәр тыуҙыра. Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн дәүләт, бизнес, фәнни һәм йәмәғәт ойошмалары араһында хеҙмәттәшлек, шулай уҡ һәр кешенең мәғлүмәтлелеген һәм яуаплылығын арттырыу зарур. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, журналист Гүзәл Ситдиҡова ла ошо хаҡта иҫкәртә. “Халыҡ ниңә экология буйынса аңлатыуҙарға ышанмай? Сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәнәғәт эшмәкәрлеге барған ерҙәрҙә экологияға килтерелгән зыян күҙ алдында тора. Бигерәк тә дәүләттеке булмаған ойошмалар ҡырағайҙарса ҡалдырған эҙҙәр тере яра булып ярылып ята. Улар өсөн- мөмкин тиклем әҙерәк сығым менән күберәк табыш алыу тәүге планда. Сибай янындағы хәл-торошто ғына алайыҡ. Йәғни, был күп йылдар йыйылып килгән сирҙәрҙең эҙемтәһе. Етмәһә, ситтән һөсләтеп тороусылар ҙа етерлек. Кешелектең әлеге осоронда тәбиғәтте файҙаланмай ғына тороп булмай, ул беҙҙе ашата, кейендерә, уның ярҙамында матди һәм рухи ҡиммәттәребеҙ тәьмин ителә. Тыуған яғым тураһында бер кәлимә һүҙ: Белорет металлургия комбинаты экологияға файҙалы булды, тип әйтеп булмай. Ағиҙелдең башланған ғына тиерлек урынында урынлашып, күпме мәғдән эшкәртеү һыуҙарын, бысрағын 18-се быуаттан уҡ ағыҙа башлаған. Домна төтөндәре тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Ҡала эргәһендәге тау эзбизташын шартлатып ала торғас, тау ер менән тигеҙләнеп бара. Туҡанда руда ҡаҙылған, шулай ер яраланып бөткән. Әгәр заманында урындағы халыҡ ҡаршы сығып, быға ҡамасаулап торһа, беҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңелеүебеҙ ҙә ихтимал ине, сөнки металлургия менән бәйле предприятиеларҙың күбеһе һуғыш барған яҡтарҙа ҡалған. Белорет етештергән пружинаһыҙ 1943 йылға тиклем бер автомат та сығарып булмаҫ ине. Йәғни, тәбиғәткә теймәй генә әлеге көндә йәшәп булмай! Ошо уйланылған эш бөтә яҡлап иҫәпләп ҡарап, ил өсөн шунһыҙ мөмкин түгел тигән, ышандырырлыҡ дәлилдәр бармы? Әгәр әлеге комбинатһыҙ мөмкин түгел икән, тәү сиратта мөмкин тиклем зыянын сикләү тураһында ышаныслы һүҙ булырға тейеш. Эшкә тотонорға тейешле ойошма быны финанс йәһәтенән нигеҙләргә бурыслы: таҙартыу ҡоролмалары; рекультивация; ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеү мөмкинлеге, быныһы мөмкин түгел икән, ҡайҙа йыйылыуы; продукция сығарғанда ҡулланылған реагенттар ниндәй, уларҙың кеше һаулығына эҙемтәләре, ҡалдыҡтары нисек йыйыла йәки нейтраль хәлгә килтерелә һ.б. Төп сығымдар экологияға булырға тейеш, сөнки халыҡтың һаулығы илдәге бөгөнгө демографик хәлгә бәйле бик мөһим. Ойошманың шуларҙы башҡарыу өсөн финанс мөмкинлектәре бармы, әллә улар эш башлағас алынған табышҡа ғына өмөт тоталармы? Бына шулар нигеҙле итеп аңлатылһа, халыҡ та тынысланыр. Тик уның ышанысын аҡларға кәрәк”, – ти Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһындағы махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе, хәрби хәрәкәттәр ветераны Оскар Ситдиҡов яңы производство төбәк халҡы өсөн яңы мөмкинлектәр аса, тип иҫәпләй. – Эш урындары буласаҡ, йәштәр ауылдарҙа ҡаласаҡ, ғөмүмән, үҙгәрештәр яңы һулыш өрәсәк, тип иҫәпләйем. Әлеге көндә ауылдарҙа эшһеҙлек проблемаһы көслө, йәштәр ситкә, ҡалаларға тарала, ә эргәлә лайыҡлы эш хаҡы, шарттар тыуҙырылһа, ғаилә ҡороп, гөрләтеп тыуған яғында донъя көтөрҙәр ине. Унан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ҙә тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта тора. Ҡаһарман ир-егетттәребеҙгә лә артабан ҡәҙимге тормошҡа яраҡлашып, лайыҡлы эш урыны табып тормош ҡорорға кәрәк. Был йәһәттән дә яңы предприятие ҡулайлы буласаҡ, тип иҫәпләйем. Сәнәғәт үҫеше – заман талабы. Лайылы йәшәү өсөн алға ҡарарға кәрәк, – ти Оскар Эхтибар улы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ултырышты йомғаҡлап, түбәндәгене билдәләне: – Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Йәмәғәт контроле советы ойошторорға тәҡдим итте, уға иҡтисад, геология өлкәһендә эшләгән белгестәр инәсәк, был мәсьәләне һәр этапта йәмәғәтселәр менән бергә контролдә тотасаҡ. Атап әйткәндә, уның составына оҙаҡ йылдар Бөтө донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы булған билдәле тау-геология белгесе, Рәсәй ер аҫты ҡаҙылмалары разведкаһы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитовты индерергә тәҡдим итәбеҙ. Йәмәғәт контроле һәр этапта экологик хәүефһеҙлекте, шулай уҡ урындағы халыҡтың хоҡуҡтарын үтәүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең диалогҡа асыҡ булыуы, бөтә һорауҙарға ла аныҡ яуаптар биреүе ҡауаныслы. Унан тыш, тиҙҙән компания Асҡар ауылында офис асырға ниәтләй, халыҡтың уларға туранан-тура һорауҙар бирергә мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Билдәле йәмәғәтсе, «Башнедра» тау-геология мираҫын, мәғарифты һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты Рәсих Хәмитов һөйләшеү бик әһәмиәтле булды,ҡапма-ҡаршы фекерҙәр яңғыраны, күп һорауҙарға яуап яңғыраны, тип билдәләне. – “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Таһир Бәхтегәрәйев һәр һорауға аныҡ яуап бирҙе. Шуны аңларға кәрәк – әлеге ваҡытта һүҙ ҙур объекттарҙы төҙөй башлау түгел, ә фәҡәт геология-разведкалау эштәрен башҡарыу хаҡында ғына бара. Шуға алдан һүҙ ҡуйыртыу урынһыҙ. Шул уҡ ваҡытта компания разведкалау эштәрен нисек алып барыуын күҙәтергә кәрәк. Был йәһәттән йәмәғәтселек тарафынан эксперттар ҡатнашлығындағы эшлекле инициатив төркөм ойоштороу, эштең һәр этабын күҙәтеү һәм халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу мөһим, – ти Рәсих Әғзәм улы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бөтә яҡтар ҡатнашлығында асыҡ фекер алышыуҙар үткәреү, ҡатнашыусылар үҙ фекерен иркен белдерә һәм бер-береһен тыңлай алһын өсөн ышаныс һәм ихтирам атмосфераһын булдырыу фарыз. Экология, иҡтисад, социология һәм башҡа фәндәр өлкәһендә эксперттар, йәмәғәтселекте йәлеп итеү ҙә ҡабул ителгән сараларҙың легитимлығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ. Ғөмүмән, бәхәстәрҙә консенсусҡа өлгәшеү бөтә ҡатнашыусыларҙың да ваҡытын, сабырлығын һәм көсөн талап итә. Г. БАЛТАБАЕВА. Фото "Башинформ" Анатолий Ермоленко
Һуңғы осорҙа Урал аръяғында, атап әйткәндә, Әбйәлил районында халыҡ араһында тынғыһыҙлыҡ күҙәтелә. Сәбәбе бер: ошо ерҙәрҙә инвестор баҡыр ресурстарын иҫбатлар өсөн геологоразведка эшләргә ниәтләй һәм әгәр был прогноз ҡаҙылмалар иҫбатланһа, тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү пландарын халыҡҡа еткерергә тырыша. Әйтергә кәрәк, мәсьәлә яңы түгел. Бынан бер нисә йыл элек ошо тема буйынса ҡыҙыу бәхәстәр булғаны, һөҙөмтәлә, предприятиеның Әбйәлил ерҙәрендә эштәрҙе ваҡытлыса туҡтатыуы билдәле. Аңлауыбыҙса, мәсьәлә әлегәсә хәл ителмәгән. Нисек кенә булмаһын, шуныһы асыҡ: проблеманы уртаға һалып асыҡтан-асыҡ һөйләшмәйенсә, уны сисеү юлдарын бер ваҡытта ла табып булмаясаҡ. Мәғлүмәт наҡыҫлығы – үҙе бер бәлә Тап ошо ниәт менән ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында Башҡарма комитет ултырышы ойошторолдо, сараға йәмәғәтселек вәкилдәре саҡырылды. Халҡыбыҙҙың зыялылары инвестор мәнфәғәттәрен хәстәрләгән “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиленең сығышын тыңланы, үҙ фекерҙәрен