“Башҡортостан” дәүләт концерт залында билдәле башҡорт композиторы Ләйлә Исмәғилеваның камера музыкаһы концерты үтте. Программала төрлө йылдарҙа яҙылған ҡыллы квартет, флейта, гобой, ике скрипка, альта, виолончель, фортепиано һәм литавры өсөн октет, фортепиано өсөн соната һәм ике концерт пьесаһы яңғыраны. Әҫәрҙәрҙе автор үҙе һәм Башҡортостан дәүләт симфоник оркестры солистары башҡарҙы. Концертты оркестрҙың баш дирижеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков алып барҙы. Исмәғилевтәр фамилияһы күптән инде Башҡортостандың музыка сәнғәте символына әйләнгән. Композиторҙар Заһир Исмәғилев һәм уның ҡыҙы Ләйлә Исмәғилева үҙҙәренең ижады, ижади мәҙәни-ижтимағи һәм педагогик эшмәкәрлеге менән башҡорт музыкаһы үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Ләйлә Исмәғилева – Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендә