Башҡортостандың Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылында “Нефтсе” паркын төҙөкләндереүҙең беренсе этабы башланды. Йәмәғәт киңлеге “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында төҙөкләндереләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Паркты төҙөкләндереү балалар өсөн уйын майҙансығы ҡороуҙы, спорт майҙансығында һәм ял итеү зонаһында бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыуҙы, йүгереү юлы, хоккей майҙансығы ҡороуҙы, йәйәүлеләр юлы менән йөрөү зоналарын булдырыуҙы, инеү аркаһын, трибуна һәм һүтеп алына торған сәхнә комплексын ҡуйыуҙы, фонтан ҡороуҙы, яҡтыртыуҙы һәм йәшелләндереүҙе күҙ уңында тота. Паркты төҙөкләндереү ауыл халҡына һәм ҡунаҡтарына буш ваҡытын, ял көндәрен мәҙәни һәм әүҙем ял итеү өсөн файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән тормошҡа ашылыра. Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.