Кисә Иглин ауылында ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы булды. Бәләкәй ҡыҙ юлға йүгереп сыға һәм китеп барған йөк машинаһы аҫтында ҡала. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре авария шарттарын асыҡлай. Юл-транспорт ваҡиғаһы Иглин ауылындағы Красноярская урамында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 27 йәшлек водитель BAW йөк машинаһы рулендә булған һәм алты йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан. Аварияла етди йәрәхәтләнгән бала дауаханаға оҙатылған. Бер нисә телеграм-каналда ҡыҙҙы атаһы бәрҙергән тигән мәғлүмәт таралды, әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары был мәғлүмәтте раҫламай. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ хәбәр итеүенсә, ул ваҡытта ҡыҙҙың атаһы икенсе ҡыҙы менән дауахананан ҡайтып барған була. Һәм ҡыҙы менән фажиғә булған ваҡытта үҙе лә аварияға эләгә. Әле ир менән ҡыҙ реанимацияла, һәм йөк машинаһы тәгәрмәстәре аҫтына эләккән бәләкәй ҡыҙ ҙа реанимацияла. Өйҙә ауырлы әсәләре ҡалған. “Башинформ” агентлығы был икенсе авария шарттарын асыҡлаған. 1993 йылда тыуған ир ҡыҙының аварияға эләгеүе хаҡында белеп ҡалған һәм икенсе ҡыҙы менән ашығып өйөнә ҡайтырға сыҡҡан. Әшә районы биләмәһендә М-5 Урал (Мәскәү – Силәбе) автомобиль юлының 1568-се километрында ул “Лада Гранта”һы менән транспортты уҙып киткәндә (рөхсәт ителгән участкала) 1979 йылда тыуған водитель идара иткән “КамАЗ” йөк автомобиле менән бәрелешә. Аварияла еңел автомобиль водителе һәм бәлиғ булмаған пассажир йәрәхәтләнә. Зыян күреүселәрҙе медицина учреждениеһына алып китәләр. Беҙ был ғаилә ағзаларына ныҡлы һаулыҡ, ауырлы әсәгә сабырлыҡ теләйбеҙ! Фото: видеонан скриншот.