Найти в Дзене

Өфөләр “Рәсәй һыуы” экологик акцияһына ҡушыла

5 июндә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһының сираттағы этабы үтәсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Сара йылға һәм күл ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға, илдең һыу ятҡылыҡтарының тәбиғи матурлығын һаҡлауға һәм йәмәғәтселектең иғтибарын тәбиғәткә һәм уның ресурстарына һаҡсыл ҡараш мөһимлегенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Өфөлә акцияла ҡатнашыусыларҙы Йылы күл һәм Өфө муйынсағы һуҡмағы буйлап йөрөү, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, тәбиғәт тураһында яңы белемдәр һәм оҫталыҡ дәрестәрендә алған күнекмәләр, мауыҡтырғыс зарядка, танып белеү викториналары, онотолмаҫлыҡ эмоциялар һәм тәмле бүләктәр көтә. Ойоштороусылар ҡаланың бөтә битараф булмаған халҡын, предприятиелар һәм ойошмалар, уҡыу йорттары һәм ведомстволар командаларын “Рәсәй һыуы” акцияһында ҡатнашырға һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға өлөш индерергә саҡыра. Акцияла ҡатнашыусыларҙы теркәү сәғәт 13.30-ҙан башлана, акци

5 июндә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһының сираттағы этабы үтәсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Сара йылға һәм күл ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға, илдең һыу ятҡылыҡтарының тәбиғи матурлығын һаҡлауға һәм йәмәғәтселектең иғтибарын тәбиғәткә һәм уның ресурстарына һаҡсыл ҡараш мөһимлегенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Өфөлә акцияла ҡатнашыусыларҙы Йылы күл һәм Өфө муйынсағы һуҡмағы буйлап йөрөү, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, тәбиғәт тураһында яңы белемдәр һәм оҫталыҡ дәрестәрендә алған күнекмәләр, мауыҡтырғыс зарядка, танып белеү викториналары, онотолмаҫлыҡ эмоциялар һәм тәмле бүләктәр көтә. Ойоштороусылар ҡаланың бөтә битараф булмаған халҡын, предприятиелар һәм ойошмалар, уҡыу йорттары һәм ведомстволар командаларын “Рәсәй һыуы” акцияһында ҡатнашырға һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға өлөш индерергә саҡыра. Акцияла ҡатнашыусыларҙы теркәү сәғәт 13.30-ҙан башлана, акция 14.30-ҙа башлана. Фото: "Башҡортостан ДТРК"һы.