Минең ике ейәнем бар. Уларға өс һәм биш йәш. Балаларҙың иң матур, һөймәлекле мәле лә бит, тик мин уларҙы яратмайым. Барыһы ла киленем арҡаһында. Уны яратмағас, балаларын да яҡын күрә алмайым. Берҙән-бер улым уны танышырға килтергән саҡта уҡ әллә ни оҡшатмағайным. Рәмилдең иһә иҫе киткән ине, ауыҙына ғына ҡарап, янында бейеп кенә тора. Нимә ҡуша, шуны үтәй. Ныҡ ғашиҡ ине, ҡаршы торманым, өйләнделәр. Ғәлиә менән мөнәсәбәттәр артыҡ бешмәне. Талашып, һүҙгә килешеп йөрөмәнек, әлбиттә. Һалҡын ғына аралаша инек. Уның артыҡ әрһеҙ, ныҡ әүҙем булыуы күңелемә ятманы. Ә улым шуның йырын йырлай. Бер-бер артлы ике малай ҙа табып биргәс, бигерәк күтәреп тигәндәй йөрөтә башланы. Ҙур итеп өй һалды, машина алып бирҙе, ҡиммәтле бүләктәр менән шаштыра. Ә бер ваҡиға мине Ғәлиәне күрә алмаҫ хәлгә еткерҙе. Ул ирем менән машинала эш буйынса ҡалаға киткәйне. Киленемдең ғәйебе менән аварияға эләккәндәр. Үҙенә бер ни ҙә булманы, ә янында ултырған ирем саҡ иҫән ҡалды, бер ҡулын ҡырҡтылар. Шул ҡатын арҡаһында ирем