«Ҡыҙыл шишмә» компанияһы Башҡортостан Республикаһында «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектында (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») яңы ҡатнашыусы булды, тип хәбәр иттеләр төбәктең хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгенән. Предприятие кальций, магний һәм калий менән байытылған гидрокарбонат-кальций һыуы етештереүгә махсуслаша. Технологик процеста – һыу әҙерләү, уны шешәләргә ҡойоу һәм етештереүҙә кеше факторы бөтөнләй ҡулланылмай, был продукцияның стериллеген һәм тәбиғи составын һаҡлауҙы гарантиялай. – «Ҡыҙыл шишмә» компанияһы – республикала шешәле һыу етештереүселәр араһынан федераль проектта беренсе ҡатнашыусы. Белгестәр ярҙамында компания төп процестарҙы оптималләштереү, сығымдарҙы кәметеү һәм етештереүҙең экологик өлөшөн көсәйтеү мөмкинлегенә эйә була. Был төбәктең предприятиеларға ярҙам итеү буйынса стратегияһына тап килә, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Рөс