Найти в Дзене

Ҡалҡан биҙенең әһәмиәте ниҙә?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эндокрин системаһы сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһын иғлан итте. Организм өсөн ҡалҡан биҙенең әһәмиәте ниҙә? Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табип-эндокринологы Алиса Заһиҙуллина ҡалҡан биҙе сирҙәренең Башҡортостанда таралыу кимәле, уның тәүге билдәләре тураһында һөйләне һәм эндокринологҡа ҡасан барырға кәрәклеге тураһында кәңәш бирҙе. – Ҡалҡан биҙе беҙҙең организмыбыҙҙа ҙур роль уйнай. Уның төп функциялары – матдәләр алмашыныуына һәм энергия етештерелеүенә булышыу, организмда йылылыҡ алмашыныуын көйләү. Ҡалҡан биҙе гормондары бөтә ағзаларға һәм йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы, аҙыҡ эшкәртеү, лимфа һәм бәүел-енес системаларына тәьҫир итә. Йөклөлөк ваҡытында ҡалҡан биҙе гормондары баланың нервы һәм бәүел-енес системалары үҫешендә ҙур роль уйнай. Сабый тыуғандан һуң уның физик һәм аҡыл үҫешендә ҡатнаша. – Башҡортостанда ҡалҡан биҙе сирҙәре ныҡ таралғанмы? – Был хәүефле сирҙәрҙең киң таралыуы билдәле. Башҡортостан – йодҡа ҡытлыҡ булған биләмәләрҙең береһе, шуға күрә йод етешмәүе менән бәйле сирҙәр ҙә күп. Төйөнлө боғаҡ шеше (узловой зоб) ҡалҡан биҙенә юлығыусыларҙың өстән берендә осрай, шулай уҡ төрлө шештәр (тиреоидиттар) таралған, Грейвс сире лә (диффузлы токсик боғаҡ шеше) табылып тора. Ҡағиҙә булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙа ҡалҡан биҙе сирҙәре ир-ат менән сағыштырғанда ете тапҡырға күберәк асыҡлана. Был, бәлки, аҫыл заттың һаулығына иғтибарлыраҡ булыуынан, сәләмәтлеген нығыраҡ күҙәтеүенән, табиптарға йышыраҡ күренеүенән киләлер. – Эндокрин системаһының ниндәй сирҙәре йышыраҡ осрай? – Һис һүҙһеҙ, шәкәр диабетын лидер тип атарға була, айырыуса икенсе типтағы диабет алда бара. Сир бик тиҙ аҙа, өҫтәүенә халыҡ араһында һимереү киң тарала. Йыш ҡына был ике патология бергә килә. Ҡалҡан биҙе сирҙәре араһында төйөнлө боғаҡ шеше, тиреоидиттар, гипотиреоз сирҙәре лә бар. Ультратауыш һәм лаборатория диагностикаһы үҫешеүе һөҙөмтәһендә хәҙерге ваҡытта был сирҙәрҙе ваҡытында диагностикалап та, дауалап та була. Статистикаға һәм шәхси күҙәтеүҙәремә ярашлы, гиперпаратиреоз сирен дауалауҙың еңелләшеүе, ваҡытында асыҡлағанда өҙлөгөүҙәргә юл ҡуйылмауы тураһында әйткем килә. Шулай уҡ бөйөр өҫтө биҙҙәре, остеопороз, гипофиз сирҙәре һирәгерәк булһа ла осрай. Эндокрин сирҙәре буйынса хәүеф төркөмөндә кемдәрҙең тороуы мөмкин? Ҡайһы бер хәүеф факторҙарына беҙ тәьҫир итә алабыҙ. Был төркөмгә һимереүҙе йәки артыҡ тән ауырлығын индерергә мөмкин. Шулай уҡ тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтсәнлек, алкоголь менән мауығыу, дарыуҙар ҡулланыу, насар туҡланыу, антидепрессантар, БАДтар һәм витаминдарҙы контролһеҙ эсеү, стрестар кеүек факторҙарҙы күрһәтергә була. Йоғонто яһап булмай торған факторҙарға нәҫелдән килгән күсәгилешлек, енес һәм йәш күрһәткестәре инә. Тимәк, ғаиләгеҙҙә эндокрин сирҙәренә дусар туғандарығыҙ булһа, эндокринологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Олоғайған һайын, айырыусы 50-55 йәштән һуң, эндокрин сирҙәре хәүефе арта ғына. – Табипҡа барыуҙы тиҙләтеү өсөн ниндәй билдәләргә иғтибар итергә кәрәк? – Бындай хәүефле билдәләр ифрат күп. Ауыҙ ҡороуы, көслө сарсау, бәүелдең йышайыуы, тән ауырлығы кәмеүе – табипҡа мотлаҡ мөрәжәғәт итеү өсөн сәбәп. Был билдәләрҙең шәкәр диабеты билдәһе булыуы ихтимал. Дөйөм хәлһеҙлек, даими йоҡо килеүе, бит, ҡул һәм аяҡ табандарының шешенеп тороуы, йөрәк ритмының боҙолоуы, сәс ҡойолоуы, өшөүсәнлек, ҡулдар ҡалтырауы, эс ҡатыуы йәки диарея – ҡалҡан биҙе сиренең башланыуын иҫкәртеүсе билдәләр. Шулай уҡ күрем циклының боҙолоуы, ауырға ҡала алмау, һөт биҙҙәренән бүлентектәр айырылып сығыуы табипҡа барыу өсөн тағы бер мөһим сәбәп. Күреүегеҙсә, эндокрин системаһы сирҙәренең билдәләре бик киң, һәр осраҡ шәхси мөнәсәбәт талап итә. – Ҡалҡан биҙе сәләмәтлеген нисек тикшерергә? Ниндәй анализдар бирергә кәрәк? – Бының өсөн диагностиканың ике ысулы файҙаланыла: лаборатория һәм инструменттар ярҙамы. Лаборатор ысул ярҙамында ҡалҡан биҙе функцияһы тикшерелә, бының өсөн ТТГ анализына ҡан бирергә кәрәк. Ағзаның структураһын тикшереү өсөн ультратауыш аппараты ҡулланыла. Был ысулдар бер-береһен тулыландыра. – Ниндәй иҫкәртеү саралары иң һөҙөмтәлеһе? – Мин үҙ практикамда пациенттарҙы сәләмәт тормошҡа йүнәлеш алырға өгөтләйем. Сәләмәт һәм балансланған туҡланыу, тейешле күләмдә һыу эсеү, яҡшы йоҡо, даими физик әүҙемлек – гормональ системаның сәләмәтлеген тәьмин итеүсе мөһим ғәмәлдәр. Йод менән туйындырылған тоҙ ҡулланыу – сирҙәрҙе иҫкәртеүҙең йоғонтоло ысулы. Тик йод тоҙҙары осоп сығып бөтмәһен өсөн тоҙҙо ябыҡ һауытта һаҡларға һәм аш-һыуға бешер алдынан ғына һалырға кәрәк, бары шул саҡта ғына уның файҙаһы булыуы мөмкин. – Бер ерең дә ауыртып бимазаламағанда эндокринологҡа күренергәме, юҡмы? – Асыҡланған сире булмаған йәш кешенең бер-өс йыл эсендә табипҡа күренеүе яҡшы. Бала табыуҙы планлаштырған йәш ҡатындарға шулай уҡ эндокринологҡа консультацияға барырға тәҡдим итер инем. 50-55 йәштән һуң йылына бер тапҡыр эндокринологҡа күренергә кәрәк, сөнки йылдар үткән һайын сир хәүефе арта. Әлбиттә, һәр осраҡ пациенттың үҙен нисек тойоуына, нимәгә зарланыуына, ниндәй ялыуҙары булыуына, ауырыу тарихына бәйләнгән. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.