Учалы районында махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтелә. Был ярҙамды “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалының социаль координаторҙары Елена Корюкова менән Артур Ғайназаров ойоштора. Миҫалға МХО ветераны, беренсе группа инвалиды Вадим Е. ғаиләһен килтерергә мөмкин. 2023 йылдың июненән ул социаль координаторҙарҙың иғтибар үҙәгендә тора. Бөгөнгә ҡарата яугир ғаиләһенә түбәндәге ярҙам күрһәтелгән: – һуғыш ветеранының әсәһенә ҡараусы шәфҡәт туташы һөнәренә уҡырға булышлыҡ ителгән, артабан ул Социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә урынлашҡан һәм хәҙер улын – беренсе группа инвалидын – һөнәрмән булараҡ ҡарай; – ветеранға техник реабилитация саралары, кәрәкле дарыуҙар алыу һәм дауаланыу буйынса ярҙам ителгән; – Учалы район хакимиәте һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты булышлығы менән ветеран йәшәгән күп фатирлы йортҡа ингән урында пандус ҡуйылған. Ихтыяр көсө һәм социаль координаторҙарҙың ярҙамы Вадимға шоферлыҡҡа уҡыу һәм йөрөтөү танытмаһы алыу мөмкинлеге