Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әбйәлил районының Шәрип ауылы янындағы урманда кешегә айыу һөжүм иткән ине

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, май башында Әбйәлил районының Шәрип ауылы янындағы урманда кешегә айыу һөжүм иткән ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы зыян күргән ир дауаханала вафат булған. "Абзелил" гәзите хәбәр итеүенсә, Милләт Ямаловҡа ике көндән 71 йәш булыр ине. Ул ике аҙна дауамында Белорет үҙәк район дауаханаһында табиптар күҙәтеүе аҫтында була. Бер нисә тапҡыр ауыр операциялар яһала. Милләт Хәлим улы Шәрип ауылында тыуа, ғүмере буйы ошо ауылда йәшәй. Ғүмерен урман эшенә арнаған уҙаманды ауылдаштары тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Өлгөлө ғаилә башлығы, өс балаға абруйлы атай һәм ейән-ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле олатай була. Ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото һәм сығанаҡ: "Абзелил"