▶️ 5 һәм 6 июндә Өфөлә «Алтын ашыҡ» уйындары буйынса II Республика чемпионаты уҙасаҡ 5 һәм 6 июндә Өфөлә «Алтын ашыҡ» исемле ашыҡ уйындары буйынса II Республика чемпионаты уҙасаҡ — ул милли традицияларҙы, спортты һәм йәштәрҙең әүҙемлеген берләштергән үҙенсә бер ваҡиға. Тура эфирҙа ата-бабаларыбыҙҙың уйындары бөгөнгө йәштәрҙе нисек дәртләндереүе, сәләмәт тормошҡа әйҙәүе тураһында һөйләштек. Эфир ҡунағы — чемпионатты ойоштороусы, «Атайсал» Мәҙәниәт үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Мазһар ҡыҙы Лира. Шулай уҡ чемпионатта ҡатнашыусы Рамаҙан һәм Буранбай Муратшиндар менән осраштыҡ. Бергәләп «Биш ашыҡ», «Ямғыр-ашыҡ» һәм «Ашыҡ атыу» уйындарының үҙенсәлектәре тураһында һөйләштек, уларҙың бөгөнгө йәштәрҙең мәҙәни тормошонда һәм спортында ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын асыҡланыҡ. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски