19 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тау-металлургия тармағы предприятиелары – "Полиметалл" (алтын, көмөш һәм баҡыр сығарыу менән шөғөлләнгән тау-мәғдән компанияһы) һәм "Учалы тау-металлургия комбинаты" вәкилдәре менән осрашты. Көн тәртибендә компаниялар менән үҙ-ара эш итеү, эре индустриаль һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Шуны билдәләргә кәрәк: 2025 йылда "Полиметалл" етештереү ҡеүәттәрен яңыртыу өсөн "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты"нан Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты активтарын һатып алды. Осрашыуҙа компанияның инвестиция программаһы, шулай уҡ Сибайҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Төбәк етәксеһе тау эшселәренә республика менән берлектә эшләгән өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ, һөҙөмтәле мөнәсәбәттәр үҫтерәбеҙ. Уның предприятиелары төбәктә ҙур эш алып бара, күләмле инвестиция программаһын тормошҡа ашыра. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ, – тип билдәләне