Республикабыҙҙың мәшһүр бейеү коллективы – Ф.Ғәскәров исемендәге ансамбль Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларында, Запорожье өлкәһендә гастролдә булып, халыҡҡа ысын-ысындан бейеү һәм берҙәмлек байрамы бүләк итте. Матур яңылыҡты БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте уртаҡлашты. Ижади тур РФ Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы буйынса ойошторолдо. Бердянск, Мелитополь, Донецк, Красный Луч һәм Луганскиҙа данлы коллективыбыҙ “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” тигән программа менән сығыш яһаны. Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙың концерттарын һәр ҡалала көтөп алдылар, был сағыу мәҙәни ваҡиғаға әйләнде. Гастролдәр яңы биләмәләрҙәге ватандаштарҙы башҡорт халыҡ бейеүенән торған бай рухи мираҫы менән таныштырыу ғына түгел, ә ҡатмарлы осорҙа әхлаҡи ярҙам ҡылыу мөмкинлеге лә булды.мәҙәниәт һәм сәнғәт әллә ниндәй алыҫ араларҙы ла яҡынайтырға, кешеләрҙе берләштерергә һәләтле икәнен иҫбатланы ғәскәровсылар. Программала Бөйөк Еңеүгә арналған сығыштарға ҙур иғтибар бирелде, улар