Башҡортостанда майҙа температура тирбәлеүе көтөлә. Бөгөн көндөҙ +15 градусҡа тиклем һыуыта, бер нисә көндән термометр бағанаһы +30 градус билдәһенә менә. Май аҙағына һауа торошо фаразы менән Гисметео белгестәре таныштырҙы. Улар 22 һәм 23 майҙа көндөҙ һалҡын һауа торошон фаразлай: +16, +17 градус, төнгө һауа температураһы +8 градусҡа тиклем. 26 һәм 27 майҙа һауа +27 градусҡаса йылына. Төнгө сәғәттәрҙә +18 градус булыуы көтөлә. Майҙың һуңғы көндәрендә көндөҙ +24, +25 градус, ә төндә – яҡынса +15 градус фаразлана. Рәсәй метеохеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 23 майҙа ямғырҙар туҡтаясаҡ, һуңынан 28, 29 һәм 31 майҙа яуым-төшөм көтөлә. 3 июндән йәнә ямғырҙар башлана, башлыса ҡыҫҡа ваҡытлы. 8 июнгә һауа температураһы көндөҙ +21, төндә +13 градусҡаса түбәнәйә. Рәсәй метеорологтары бындай һауа торошо йәйҙең беренсе айы аҙағына тиклем һаҡланасаҡ тип иҫәпләй. Бик эҫе һәм бик һалҡын һауа торошо көтөлмәй. Был яуым-төшөм менән бәйле, улар көндөҙ һауа температураһын түбәнәйтә. Рәсәй гидрометеорология үҙәге шулай уҡ 23 майҙа ямғырҙарҙың туҡтауын һәм ошо ваҡыттан алып көндөҙ +18, +19 градустан +22 градусҡа тиклем күтәрелеүен фаразлай. Төндә һауа температураһы 22 майҙа һәм унан һуңғы көндәрҙә +11 градустан +7, +8 градусҡа тиклем түбәнәйә. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.