Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеү, ирекмәнлек эшмәкәрлеге бик киң йәйелдерелгән. Был йәһәттән айырыуса ауылдағы “Уңғандар” ирекмәндәр клубының эше маҡтауға лайыҡ. “Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ менән күрешеп хәл белешеү, осрашыу – үҙе бер ҡыуаныслы мәл, сөнки, ир-егеттәребеҙҙең хәлдәрен белеп, күңел тыныслана, шундай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ булыуына ғорурлыҡ хисе тыуа. "Уңғандар" клубының бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Үҙәнбаев Наил менән осрашты. Ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәгән батыр егет ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡайны. Осраҡтан файҙаланып, ауылдаштары уның менән осрашыу үткәреп, хәлен белеп, үҙҙәре бәйләгән шлем аҫлығы (подшлемник) бүләк итте. Әйткәндәй, Таулыҡай егете тағы ла махсус хәрби операция юл алды. Уға барлыҡ ауыл халҡы исеменән изге юлдар, именлек-һаулыҡ һәм еңеү менән тиҙерәк тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ”, – тип хәбәр итте “Уңғандар” клуб