Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тығындарға әҙер булығыҙ

Билдәле булыуынса, быйыл йәй Өфөнән алыҫ булмаған Булгаков ауылында Өршәк күперен ремонтлаясаҡтар. Авария хәлендә тип танылған объектты төҙөкләндереүҙе 2025 йылдың 3 июненән башлау, ә август уртаһында тамамлау күҙаллана. Күперҙә төп эштәр иң аҙ трафик осоронда — июнь һәм июль айҙарында башҡарыласаҡ. Подряд ойошмаһы тәүлек әйләнәһенә, ике сменала ял һәм байрам көндәреһеҙ эшләйәсәк. Күперҙе өлөшләтә ябалар. Водителдәр өсөн өс хәрәкәт һыҙаты буласаҡ, унда транспорт ағымын светофор көйләү ойоштороласаҡ. Шул уҡ ваҡытта урта һыҙат буйлап хәрәкәт реверсив буласаҡ. Шулай итеп, иртән — Өфө йүнәлешендә, ә кисен ҡаланан сыҡҡандар өсөн ике һыҙат асыласаҡ. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Приуралье” автомобиль юлдары идаралығы начальнигы Денис Абрамов хәбәр итеүенсә яһалма интеллект хәрәкәттең интенсивлығын өйрәнә һәм ремонт башланғандан һуң хәрәкәттең ниндәй осорҙа ҡыйынлыҡ кисереүен иҫәпләй. Авариялар булмаһа, ҡалаға хәрәкәт 8.30 сәғәттән 10.30 сәғәткә тиклем, ә ҡаланан 16.30 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем ауырлашасаҡ. Ҡалған ваҡытта юл буш булырға тейеш. Башҡортостандың Транспорт министрлығында урау юлдар тураһында иҫкәрттеләр: Дубки — Сихонкино — Ольховое — Мокроусово йәки Зубов — Нижегородка — Осоргин — Йәнғалыш маршруты буйынса.