Саралар предприятиеларҙа кадрҙар етешмәү проблемаһын хәл итергә, талап ителгән һөнәрҙәрҙе популярлаштырырға, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәрен киңәйтергә, шулай уҡ һөнәри йүнәлештәге уҡыусыларға ярҙам итергә тейеш. Йәрминкәлә ҡатнашыусылар республиканың алдынғы предприятиеларының вакансиялары менән таныша аласаҡ. Килеүселәрҙе төрлө һөнәри йүнәлеш биреү саралары көтә: оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, профессиональ пробалар, профессиональ диагностика һәм башҡалар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 18 апрелендә үткән йәрминкәнең төбәк этабында 29,8 мең граждан һәм 900 эш биреүсе йыйылды, улар «Рәсәй эше» платформаһында урынлаштырылған 15,8 мең вакансия тәҡдим итте. Йәрминкәнең федераль этабында ҡатнашыу өсөн 2025 йылдың 20 майына тиклем ғариза бирергә кәрәк. Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-05-19/federalnyy-etap-vserossiyskoy-yarmarki-trudoustroystva-proydet-v-bashkirii-4240482 Фото: glavarb.ru.