Башҡортостан Республикаһында балалар һәм үҫмерҙәр спорты үҫеше өсөн “Һәр кем файҙалана алырлыҡ спорт” программаһын (программа “Доступный спорт”) тормошҡа ашырыу планлаштырылған. Уны, “Физик культура һәм спорт үҫеше” дәүләт программаһы (государственная программа “Развитие физической культуры и спорта”) маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, бойомға ашыралар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Спорт министрлығынан. Проект республика тораҡтарында спорт инфраструктураһын ойоштороуға һәм ауыл йәштәренең спорт менән шөғөлләнеүе өсөн спорт майҙансыҡтарын төҙөүгә йүнәлтелгән. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн өс йыл эсендә 840 миллион һум файҙаланыу планлаштырылған. “Беҙҙең өсөн республика халҡы өсөн юғары ҡаҙаныштар спортын һәр кем файҙалана алырлыҡ итеү - өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе”, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов. Бөгөн республикала өстән 17 йәшкә тиклемге 726 меңдән ашыу бала һәм ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә ш