Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙ әсәһенең хәлен белергә шылтыратҡас, уның аҡса алыу өсөн банкомат эргәһендә тороуын асыҡлай. Хәлде тикшереү барышында шул билдәле була: оло йәштәге ҡатынға билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, үҙҙәрен “күп функциялы үҙәк” хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра һәм йәнәһе лә билдәһеҙ кешеләр уны алдарға маташыуын хәбәр итә. Өфөлә йәшәүсе ҡатын ысынлап “күп функциялы үҙәк” хеҙмәткәренән шылтыратыу көткән була, шуға ла аферистарға ышана. Уларҙың бойороғон тыңлап, килгән курьерға өйөндә булған 145 мең һум аҡсаһын тоттора. Мутлашыусылар бының менән генә туҡтап ҡалмай: улар пенсионерҙы картанан аҡса алыу өсөн банк бүлексәһенә ебәрә. Банкомат янында торған ҡатынға ҡыҙы шылтыратҡас, пенсионер барыһын да һөйләп бирә. Ҡыҙ шунда уҡ әсәһен мутлашыусыларға эләккәнен аңлай. Банк был операцияны туҡтата һәм һөҙөмтәлә аҡсаны һаҡлап ҡала. Фото: Л. Тораманова.