Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Фатир ҙа юҡ, аҡса ла юҡ...

Өфөлә йәшәгән ир менән билдәһеҙ кешеләр бәйләнешкә сыға...

Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға 20 миилион һумға яҡын аҡса күсергән. Был турала БР буйынса Эске Эштәр министрлығы хәбәр итә. Мутлашыусыларға иң күп аҡсаны Өфөлә йәшәүсе 46 йәшлек ир күсергән. Уғрылар ҡорбанынан 11 миллион һумға яҡын аҡсаһын урлаған. Хәл былай була: ағымдағы йылдың февралендә үк билдәһеҙ кешеләр иргә фатир һатыуҙары тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт итә, мессенджерҙарҙың береһендә һайлау өсөн фотолар ебәрә. Улар бер бүлмәле фатирға алты миллион һум аҡса һорай. Был хаҡ ирҙе ҡәнәғәтләндергәс, мутлашыусылар шунда уҡ 450 мең һум залог индерергә ҡуша. Уғрылар оҙаҡ ҡына үҙҙәрен ”намыҫлы компаниянан” икәнен күрһәтеп, ҡорбанын “ҡармаҡлай”. Улар төрлө һылтауҙар менән банктарҙың мобиль ҡушымталары, банкоматтар аша аҡса күсерергә, хатта курьерҙар аша ебәрергә лә күндерә. Ир фатирҙы бер тапҡыр ҙа күргәне булмаһа ла, аҡсаны бер ниндәй документтарһыҙ күсереүен дауам итә. Ахырҙа, мутлашыусылар ҡорбанынан башҡаса аҡса ала алмаясағын аңлағас, бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Шулай уҡ улар яҙышҡан бөтә хәбәрҙәрҙе һәм үҙҙәренең аккаунтын юя. Һөҙөмтәлә ир бер нисә ай эсендә 10,8 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше тикшерелә. Нәсих Хәлисов фотоһы.