Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам буласаҡ

Өфө ҡалаһындағы "Торатау" конгресс-холында "Ватан көсө — Сила Отечества" форумы сиктәрендә Ирҙәр клубының "Занятость СВОих" тигән проектының беренсе ултырышы үтте. Клубтың ойоштороусыһы — "Рәсәй эше" кадрҙар үҙәге. Ултырыштың модераторы Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Рафиҡ улы Әхйәмов булды. "МХО биләмәһенән өйгә ҡайтҡас, терәк-таяныс тойоу, ярҙам һорап ҡайҙа мөрәхжәғәт итергә кәрәклеген белеү мөһим. 2025 йылдан мәшғүллек тураһында яңы закон ғәмәлдә, уның буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына өҫтөнлөклө ярҙам күрһәтелә. Кадрҙар үҙәктәре яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик йәһәттән булышлыҡ итергә, һөнәри йүнәлешкә диагностика үткәрергә, ҡайтанан яңы һөнәргә уҡытырға, эш-шөғөл табырға йәки дәүләт ярҙамында үҙ эшен асырға ярҙам итергә әҙер", - тине Ридан Рафиҡ улы. "Занятость СВОих" — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, власть, бизнес, коммерцияға ҡарамаған өлкә вәкилдәре, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды һәм эш биреүселәр араһында аралашыу өсөн

Өфө ҡалаһындағы "Торатау" конгресс-холында "Ватан көсө — Сила Отечества" форумы сиктәрендә Ирҙәр клубының "Занятость СВОих" тигән проектының беренсе ултырышы үтте. Клубтың ойоштороусыһы — "Рәсәй эше" кадрҙар үҙәге. Ултырыштың модераторы Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Рафиҡ улы Әхйәмов булды. "МХО биләмәһенән өйгә ҡайтҡас, терәк-таяныс тойоу, ярҙам һорап ҡайҙа мөрәхжәғәт итергә кәрәклеген белеү мөһим. 2025 йылдан мәшғүллек тураһында яңы закон ғәмәлдә, уның буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына өҫтөнлөклө ярҙам күрһәтелә. Кадрҙар үҙәктәре яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик йәһәттән булышлыҡ итергә, һөнәри йүнәлешкә диагностика үткәрергә, ҡайтанан яңы һөнәргә уҡытырға, эш-шөғөл табырға йәки дәүләт ярҙамында үҙ эшен асырға ярҙам итергә әҙер", - тине Ридан Рафиҡ улы. "Занятость СВОих" — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, власть, бизнес, коммерцияға ҡарамаған өлкә вәкилдәре, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды һәм эш биреүселәр араһында аралашыу өсөн асыҡ майҙансыҡ. Клубтың маҡсаты - яугирҙарға тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү, гражданлыҡ мөхитенә ҡабаттан өйрәнеү, башҡа һөнәри күнекмәләрҙе үҙләштереү һәм яңы эш табыу. Кадрҙар үҙәктәре клиенттарына ярҙам «бер тәҙрә» принцибы буйынса башҡарыла — бөтә хеҙмәттәр һәм консультациялар бер урында уҙа. Шуны билдәләп үтәйек: республиканың мәшғүллек хеҙмәте МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырырға әҙер булған эш биреүселәрҙең айырым реестрын алып бара. "Ватан көсө — Сила Отечества" форумының "Ирҙәр клубы"ның беренсе осрашыуы "Занятость СВОих" проектының презентацияһын, эшкә урынлашыуҙа һәм бизнесты асыуҙа дәүләт ярҙамы сараларын, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың уңышлы тәжрибәһен, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙың юридик һәм финанс нескәлектәре тураһында мәғлүмәтте үҙ эсенә ала. Сығанаҡ: https://shonkar.com/news/care/2025-05-16/yar-am-r-sa-bulasa-4238669