Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ятҡылыҡ зонаһында радиация ҡалдыҡтары күмелгәнме?

Яңы ятҡылыҡ биләмәһендә радиация ҡалдыҡтары утилләштерелгәнме? Әбйәлил районында осрашыу ваҡытында Буранғол халҡы ошоға бәйле хәүефләнеүҙәрен белдерҙе. Тау үткәүеленән йыраҡ түгел радиактив ҡалдыҡтар күмелгән, ҡасандыр был турала иҫкәрткән билдә лә ҡуйылған, тигән һүҙ йөрөй. Әбйәлил районы биләмәһендә радиация фонын тикшереүгә ҡағылышлы мөрәжәғәт буйынса республика дәүләт комитетының химия-радиометрия үҙәге белгестәре махсус ҡорамалдар һәм приборҙар ярҙамында биләмәне тикшергән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов был хәлгә аңлатма бирҙе: – 2020 йылдарҙан радиоактив объекттар булыуы тураһында мөрәжәғәттәр булды. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр махсус ҡорамалдар менән был урындарға сығып тикшерҙе. Был приборҙар радиация фонының юғары булмауын күрһәтте. Башҡортостан Республикаһында был ситуацияны контролдә тотоусы тотош хеҙмәт һәм белгестәр эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында ла тейешле эксперттар бар. Әгәр ниндәйҙер һорауҙар килеп тыуа икән, халыҡҡа һәр ваҡыт асыҡбыҙ. Теләгән һәр кем килеп теге йәки был матдәне алыу (йыйыу) нисек эшләнеүен һәм һөҙөмтәләрен дә ҡарай ала.