Өфө вуз-ара студенттар кампусы 19-21 майҙа Өфөлә үтәсәк XIII Рәсәй онкологтары съезы сиктәрендә федераль саралар үткәреү өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Ҙур профессиональ форумға Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән билдәле онкологтар йыйыласаҡ. Улар яман шеште диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштарҙы һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе тикшерәсәк. – Башҡортостанда яман шештең һәр икенсе осрағы иртә стадияла асыҡлана. Һуңғы ун йылда ауырыуҙың иртә стадияларында диагностика кимәле 20 процентҡа артҡан. Ярҙам күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыу биш йыллыҡ йәшәү күрһәткестәрен арттырыуға йоғонто яһай. Бөгөн диагноз ҡуйылғандан һуң пациенттар йылдар буйы йәшәй һәм эшләүен дауам итә. Беҙҙең төп бурыс – халыҡтың үлем кимәлен кәметеүҙе дауам итеү. Шуға күрә йыйылып, үҙенсәлекле проблемаларҙы тикшереү, диагностика һәм дауалау өлкәһендә берҙәм алымдар табырға тырышыу мөһим, - тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Саралар кампустың бишенсе ҡатында, Ба