Рөстәм Нәбиевтең хәле насарайып, дауаханаға эләккән. Был хаҡта блогер үҙенең социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә хәбәр итә. "Дауаханаға система алырға килдем. Минең ашҡаҙаным ауырта, эсәктәрем ялҡынһынған. Апрелдә бронхит менән ауырығанда антибиотиктар алған инем, микрофлора ла боҙолғандыр. Аҙаҡ май байрамдарында ауыл ҡаймағы менән һыйландым. Шунан һуң эсем бик ныҡ ауырта башланы. Мин 10 көн дауамында үтер тип уйланым, әммә ауыртыу баҫылманы", - тигән ул. Тиҙерәк һауығып сығырға яҙһын! Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Индира менән Рөстәм Нәбиевтәр яҡын арала өсөнсө сабыйҙарын көтә. Фото: видеонан скриншот.