Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан делегацияһы – Ҡытайҙа

Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ҡытайҙа эшмәкәрлеген дауам итә. Республиканың 11 компанияһы вәкилдәре төҙөлөш һәм биҙәкләү материалдары, офис, йорт, ҡунаҡхана йыһаздары, ауыл хужалығы культуралары, бал продукцияһының киң ассортименты менән сығыш яһаны, медицина ярҙамы һәм күсемһеҙ милек менән эш итеү өлкәләрендәге хеҙмәттәрен күрһәтте. Нанкин ҡалаһында делегация Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы һәм перспективалы эш шарттарын тәҡдим итте. –Ҡытай – беҙҙең төп сауҙа-иҡтисади партнерыбыҙ. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса сауҙа әйләнешендәге өлөшө 25 процент тәшкил итте, – тип билдәләне Маргарита Болычева. Цзянсу провинцияһының коммерция идаралығы етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн яңы йүнәлештәр асыу маҡсатында конструктив һөйләшеүҙәр алып барылды. Беҙҙең эшҡыуарҙар йөҙҙән ашыу осрашыу үткәрҙе. Айырыуса сәләмәтлек өсөн продукттар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡайһы бер ҡытай к

Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ҡытайҙа эшмәкәрлеген дауам итә. Республиканың 11 компанияһы вәкилдәре төҙөлөш һәм биҙәкләү материалдары, офис, йорт, ҡунаҡхана йыһаздары, ауыл хужалығы культуралары, бал продукцияһының киң ассортименты менән сығыш яһаны, медицина ярҙамы һәм күсемһеҙ милек менән эш итеү өлкәләрендәге хеҙмәттәрен күрһәтте. Нанкин ҡалаһында делегация Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы һәм перспективалы эш шарттарын тәҡдим итте. –Ҡытай – беҙҙең төп сауҙа-иҡтисади партнерыбыҙ. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса сауҙа әйләнешендәге өлөшө 25 процент тәшкил итте, – тип билдәләне Маргарита Болычева. Цзянсу провинцияһының коммерция идаралығы етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн яңы йүнәлештәр асыу маҡсатында конструктив һөйләшеүҙәр алып барылды. Беҙҙең эшҡыуарҙар йөҙҙән ашыу осрашыу үткәрҙе. Айырыуса сәләмәтлек өсөн продукттар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡайһы бер ҡытай компаниялары тәү тапҡыр һитә продукты менән танышты. Чага продукцияһы уңыш менән файҙаланды. Шулай уҡ башҡорт балы иғтибар үҙәгендә булды. Сәләмәтлек өсөн тауарҙар һәм ҡорамалдар ҡытай партнерҙарын айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Визиттың йомғаҡлау этабы Харбинда “Рәсәйҙә эшләнгән” фестиваль-йәрминкәһен асыуҙа ҡатнашыу менән тамамланды. Быйыл бер мең квадрат метр майҙанда Рәсәйҙең 50 төбәгенән 100 эшҡыуарҙың продукцияһы урын алды. Шулай уҡ Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина менән осрашыу мөһим ваҡиға булды, унда халыҡ-ара баҙарҙа Башҡортостандың экспорт үҫеше мәсьәләләре тикшерелде. Күргәҙмәлә тәү тапҡыр “Берлога. Защита пасеки” флагман уйынының ҡытай версияһы күрһәтелде. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.