Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Хәйҙәр Ғарипов хөрмәтенә Сибай институтында музей асылған. Был хаҡта филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, билдәле ғалимә Ғәҙилә Бүләкова хәбәр итә. "Һуңғы осорҙа битләүемдә йүнләп бер нәмә лә ҡуйған юҡ ине, хатта ҡайһы бер таныштар, хәл белешеп, ниңә бер нәмә лә яҙмайһығыҙ ул, әллә ауырыштырып тораһығыҙмы, тип тә төбәшкәне булды. Барыһы ла яҡшы, әлхәмдүлилләһ, Аллаһыма мең шөкөр. Эш шунда: кемдер әйтмешләй, бөтә ашаған-эскәнде, ҡайҙалыр барып, кем менәндер күрешкәнде фотоға төшөрә һалып, Интернетҡа ҡуя һалып барырға мин бит бер блогер түгел. Нигеҙҙә, күңелгә ныҡ оҡшаған, тулҡынландырған, ҡанатландырып ебәргән, ғөмүмән, үҙем өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә иғтибарға лайыҡ булырҙай хәл-ваҡиғалар тураһында яҙмалар ҡуйыуҙы ғәҙәт итеп алғанмын. Һәм бына кисә тап ана шундай ваҡиға булды ла инде: Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында (фили