Найти в Дзене

“Балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итәсәкбеҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә шатлыҡлы ваҡиға менән уртаҡлашҡан. “Беҙҙең үҙенсәлекле “Берлога. Защита пасеки” флагман уйыны халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Беҙ платформаны сит ил ҡулланыусылары өсөн яраҡлаштырҙыҡ, ҡытай һәм инглиз интерфейстарын эшләнек һәм бөгөн “Made in Russia” сиктәрендә тәү тапҡыр сит илдә презентацияланыҡ. Презентация бөгөн Ҡытайҙа уңышлы дауам иткән “Рәсәйҙә эшләнгән” фестиваль-йәрминкәһендә үтте. Беҙ флагман уйынын Ҡытайҙағы хеҙмәттәштәребеҙгә һәм шәхсән Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишинаға күрһәттек. Тап уның кәңәше буйынса беҙ башҡорт уйынының сит ил версияһын эшләүгә тотондоҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берлога” Милли киберфизик платформаһын Бшҡортостан хеҙмәткәрҙәре булдырҙы. Ул хәҙер бөтә илгә таралып, сит ил киңлегенә сыҡты. Был хеҙмәттең файҙаһы шунда: балалар компьютер уйындары аша программалаштырырға өйрәнә һәм юғары технологиялар донъяһын үҙләштерә, яңы профессиональ ИТ-күнекмәләр ала. Алдағы эш

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә шатлыҡлы ваҡиға менән уртаҡлашҡан. “Беҙҙең үҙенсәлекле “Берлога. Защита пасеки” флагман уйыны халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Беҙ платформаны сит ил ҡулланыусылары өсөн яраҡлаштырҙыҡ, ҡытай һәм инглиз интерфейстарын эшләнек һәм бөгөн “Made in Russia” сиктәрендә тәү тапҡыр сит илдә презентацияланыҡ. Презентация бөгөн Ҡытайҙа уңышлы дауам иткән “Рәсәйҙә эшләнгән” фестиваль-йәрминкәһендә үтте. Беҙ флагман уйынын Ҡытайҙағы хеҙмәттәштәребеҙгә һәм шәхсән Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишинаға күрһәттек. Тап уның кәңәше буйынса беҙ башҡорт уйынының сит ил версияһын эшләүгә тотондоҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берлога” Милли киберфизик платформаһын Бшҡортостан хеҙмәткәрҙәре булдырҙы. Ул хәҙер бөтә илгә таралып, сит ил киңлегенә сыҡты. Был хеҙмәттең файҙаһы шунда: балалар компьютер уйындары аша программалаштырырға өйрәнә һәм юғары технологиялар донъяһын үҙләштерә, яңы профессиональ ИТ-күнекмәләр ала. Алдағы эш планында – платформаны һәм уның программа концепцияһын Ҡытайҙың мәғариф учреждениеларына индереү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу. Беҙ балаларға профессиялар донъяһында йүнәлеш алырға һәм проектты нығытырға ынтылабыҙ. Платформалағы эш талантлы балаларға билдәле университеттарҙың ишектәрен асырға ярҙам итәсәк. Иң яҡшылары БРИКС Космик уйындарында үҙ иле исеменән сығыш яһай аласаҡ. Фото:VK.com