Көйөргәҙенең ҡыйыу ҡыҙы Юлиә Махсус хәрби операция барған биләмәлә халыҡтың һаулығын һаҡлауҙа һәм ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа врачтарҙың эшмәкәрлеге айырыуса әһәмиәтле. Ул юғары һөнәрилек, хәрби шарттарҙа тиҙлек, теүәллек һәм стреслы хәлдәрҙә эшләй белеүҙе талап итә. Республика кардиология үҙәге врачы Юлиә Рәхмәтуллина былтыр ғинуар айында яу барған биләмәлә командировкала булып, алты ай дауамында Гиппократ антына тоғро булып, эшләп ҡайтты. “Луганск Халыҡ Республикаһындағы тораҡ пункттарҙа урындағы халыҡҡа, яугирҙәргә медицина ярҙам күрһәттек. Ерле халыҡ Башҡортостандың аҡ халатлыларына ныҡ рәхмәтле”, – ти ул. Сығышы менән Көйөргәҙе районы Ҡансыра ауылынан булған яҡташыбыҙ Күмертау ҡалаһында Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында, юғары кластарҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Башҡорт дәүләт медицина университетын алтын миҙалға тамамлағандан һуң интернатура, аҙаҡ функциональ диагностика буйынса ординатура