Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был еңеү берҙәмлек өлгөһө булды

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев социаль селтәрҙә һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан. “Пермь ҡалаһынан шатлыҡлы хәбәр килде: 3х3 баскетболы буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә Башҡортостан спортсылары чемпион титулын яуланы. Был турнирҙа округтың иң көслө баскетбол командалары ҡатнашты, барыһы ла майҙанда бөтә оҫталыҡтарын һалып, беренселек өсөн көрәште. Айырыуса Бүздәк районының Вадим Янбухтин етәкселегендәге ҡыҙҙар командаһы иғтибарҙы йәлеп итте. Команда составында бер туған Алина һәм Аделия Янбухтиналар, Юлиә Миниханова һәм Милена Үлмәҫҡолова көс һынашты. Ҡыҙҙар техника оҫталығы, физик әҙерлек һәм тактик күнекмәләр буйынса айырылып торҙо. Маҡсатҡа ынтылыш, берҙәмлек башҡа командаларҙы ышаныслы оторға һәм ярыш чемпионы титулын яуларға мөмкинлек бирҙе. Спортсыларҙы һәм уларҙың тренерын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!”– тип яҡшы теләктәрен еткергән район етәксеһе. Фото: VK.com