Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Күсмә медицина пункты эшен дауам итә

Асҡар үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙенең эшен дауам итә, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект "Долгая и активная жизнь") милли проектына ярашлы, мобиль медицина пунктының Әбйәлил районының төпкөл ауылдарында халыҡты ҡабул итеүе, медицина тикшереүе үткәреүе тормошҡа ашырыла. Күсмә медицина пунктында кәрәкле бөтә ҡорамалдар бар: артериаль баҫымды үлсәү өсөн аппараттар, стетофонендоскоп, портатив электрокардиограф, ҡанда гемоглобин кимәлен асыҡлау өсөн анализатор, глюкоза концентрацияһын үлсәү приборы, автоматик дефибриллятор, үпкәне яһалма елләтеү өсөн системалар. 2025 йыл башынан күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты район ауылдарында ҡырҡ тапҡыр булып, 1400-гә яҡын кешене ҡабул итте. “Мобиль пункт тулыһынса автономлы. Ул ҡабул итеү кабинеты һәм бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шулай итеп, халҡы йөҙ кешенән кәм булған ауылдарҙа йәшәгән аҙ хәрәкәтләнеүсән граждандар диспансерлаштырыуҙы йортт

Асҡар үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙенең эшен дауам итә, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект "Долгая и активная жизнь") милли проектына ярашлы, мобиль медицина пунктының Әбйәлил районының төпкөл ауылдарында халыҡты ҡабул итеүе, медицина тикшереүе үткәреүе тормошҡа ашырыла. Күсмә медицина пунктында кәрәкле бөтә ҡорамалдар бар: артериаль баҫымды үлсәү өсөн аппараттар, стетофонендоскоп, портатив электрокардиограф, ҡанда гемоглобин кимәлен асыҡлау өсөн анализатор, глюкоза концентрацияһын үлсәү приборы, автоматик дефибриллятор, үпкәне яһалма елләтеү өсөн системалар. 2025 йыл башынан күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты район ауылдарында ҡырҡ тапҡыр булып, 1400-гә яҡын кешене ҡабул итте. “Мобиль пункт тулыһынса автономлы. Ул ҡабул итеү кабинеты һәм бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шулай итеп, халҡы йөҙ кешенән кәм булған ауылдарҙа йәшәгән аҙ хәрәкәтләнеүсән граждандар диспансерлаштырыуҙы йорттары эргәһендә үтә аласаҡ”, – тине дауахананың баш табибы Илгиз Килдейәров. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.