Найти в Дзене

Кешеләрҙе хеҙмәт хаҡынан тыш тағы ла уңайлыҡтар менән йәлеп итергә кәрәк

Ошо көндәрҙә “Привалов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Александр Зиновьевич Привалов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ! Ишембай районындағы “Привалов” крәҫтиән (фермер) хужалығы – ошо төбәктәге иң алдынғы, көслө хужалыҡтарҙың береһе. Малсылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнгән хужалыҡтың һигеҙ мең гектарҙан ашыу ере бар. Йыл һайын бойҙай, арпа, арыш, көнбағыш культуралары сәселә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҫке биналар ремонтлана, тиҙ арала яңы һыйыр һауыу комплексы төҙөлә. Беҙ “Привалов” хужалығында булып, эште ойоштороу барышы менән яҡындан таныштыҡ. Тырыштарға дәүләт ярҙам итә Александр Приваловтың крәҫ­тиән (фермер) хужалығы 2016 йылдан алып республиканың Ишембай районындағы дүрт ауыл би­ләмәһендә (Скворчиха, Верхотор, Этҡол, Байғужа) эшләй. Хужалыҡ ишембайҙарҙы һыйыр, һарыҡ һәм йылҡы малының ите, шулай уҡ республиканың ҡайһы бер райондарын бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ, кукуруз, ҡарабойҙай, көнбағыш, тары менән тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙа крәҫтиән-фермер ху­жалыҡ баҫыуҙарын

Ошо көндәрҙә “Привалов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Александр Зиновьевич Привалов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ! Ишембай районындағы “Привалов” крәҫтиән (фермер) хужалығы – ошо төбәктәге иң алдынғы, көслө хужалыҡтарҙың береһе. Малсылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнгән хужалыҡтың һигеҙ мең гектарҙан ашыу ере бар. Йыл һайын бойҙай, арпа, арыш, көнбағыш культуралары сәселә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҫке биналар ремонтлана, тиҙ арала яңы һыйыр һауыу комплексы төҙөлә. Беҙ “Привалов” хужалығында булып, эште ойоштороу барышы менән яҡындан таныштыҡ. Тырыштарға дәүләт ярҙам итә Александр Приваловтың крәҫ­тиән (фермер) хужалығы 2016 йылдан алып республиканың Ишембай районындағы дүрт ауыл би­ләмәһендә (Скворчиха, Верхотор, Этҡол, Байғужа) эшләй. Хужалыҡ ишембайҙарҙы һыйыр, һарыҡ һәм йылҡы малының ите, шулай уҡ республиканың ҡайһы бер райондарын бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ, кукуруз, ҡарабойҙай, көнбағыш, тары менән тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙа крәҫтиән-фермер ху­жалыҡ баҫыуҙарында рапс һәм нут үҫтерәләр. Хужалыҡ орлоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнә. 2023 йылдың майынан ватан селекцияһы орлоҡтарын үҫтереү һәм үрсетеү буйынса эш алып бара, хужалыҡта бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ һәм ҡарабойҙай етештерелә. Бер нисә йыл дауамында келәт, хужалыҡ биналарын техник яҡтан ҡайтанан йыһаз­ландырыу һәм ҙурайтыу буйынса эш алып барыла, уларҙың майҙаны 14 000 квадрат метр тәшкил итә. Ғөмүмән, тәүәккәл хужа таш­ландыҡ хәлдә булған өс бинаны алып, тулыһынса реконструкциялай, өҫтәп тағы ла дүрт мал һарайы төҙөй. Шулай итеп, бер нисә йылда унда яңыртылған, хәҙерге заманса талаптарға яуап биргән фермалар барлыҡҡа килә. Эш башлағанда бары 26 һыйыр, алты баш йылҡы булһа, бөгөн иһә хужалыҡта 650 эре һыйыр малы, 1200-гә яҡын һарыҡ, 150 баш йылҡы иҫәпләнә. Дәүләт ярҙамы менән өс һарыҡ һарайын төҙөйҙәр. “Яңы эш баш­лаған фермер” программаһы буйынса 1,5 миллион һум күләмендә грант ярҙамына “Романов” тоҡомло һарыҡтар һәм махсус техника һатып алына. Предприятиены үҫтереүҙә киләһе аҙымы – “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программаһында ҡатнаша һәм тағы ла 27 миллион һум грант алыуға өлгәшә. Грант аҡсаһына ҡара-сыбар тоҡомло 200 баш һыйыр һатып алғандар, Скворчиха ауылында ике һөтсөлөк-тауар фермаһын төҙөгәндәр, һауын цехын сафҡа индереп, малсылыҡ биналарын үҙгәртеп ҡорғандар, шулай уҡ үҫемлекселек менән шөғөлләнә башлағандар. Хеҙмәт кешеһе – иғтибар үҙәгендә Әле бында 80 кешегә хеҙмәт урыны булдырылған. Ситтән килеп эшләгәндәргә торлаҡ бирелә. Былтыр тракторсы һәм ашнаҡсы ғаиләһенә йорт һатып алғандар. Директор урынбаҫары Азат Әхәт улы Зәйнуллинды ферма мөдире итеп эшкә саҡыралар, ә инде өс йыл элек директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. – Бында 2018 йылда эшкә урынлаштым. Алдан да хужалыҡ менән таныш инем. Тәртип һаҡлау органдарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым, урын тәҡдим иткәстәр, ризалаштым. Ошо алты йылда күп төҙөнөк. Хеҙмәт хаҡы яҡшы, ваҡытында түләйҙәр, – тине ул. Азат Әхәт улы – һөнәре буйынса башҡорт-инглиз телдәре белгесе, БДУ-ны тамамлаған. Төрмәгә эшкә урынлашҡас, психолог һөнәренә лә уҡыған. Әле иһә, биләгән вазифа талабы буйынса, Башҡортостан дәүләт аграр университетында зоотехник курсын бөткән. Григорий Чернов 2017 йылдан бында эшләй. Тәүҙә мал ҡараусы була, һуңынан водитель итеп күсерәләр. Ул да: “Етәксебеҙ һәй­бәт, хеҙмәт хаҡына ла зарлан­майбыҙ. Александр Привалов килгәнгә тиклем бында емереклек ине”, – тине. Григорий Анатолье­вич­тың ике улы ла махсус хәрби операцияға киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алексейы һәләк булған, уның дүрт балаһы етем ҡалған. Әлбиттә, яңы ғына яҡын кешеһен ерләгән атайҙың аралашырлыҡ кәйефе әллә ни юҡ ине, шулай булыуға ҡарамаҫтан, предприятие хужаһына рәхмәт әйтеп, маҡтап телгә алды. Бында йәш белгестәргә лә ҙур иғтибар. Беҙ фермала булғанда уларҙың береһе – мал табибы Татьяна Сергеевна Терехова менән таныштыҡ. Ул 2023 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, бында эшкә ҡайтҡан, хеҙмәт хаҡынан да ҡәнәғәт. – Етәксе ғәҙел. Практиканы бында үттем, оҡшағас, эшкә ҡалдым. “Йәш белгестәргә ярҙам” программаһы буйынса 750 мең һум түләү аласаҡмын, – тине ул. Һарыҡсылыҡ фермаһы мөдире Руслан Рауил улы Абдуллин – юғары белемле теш табибы. Ул да төрмәлә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, бында эшкә килгән. “Бында тыныс, саф һауала эшләү оҡшай”, – ти ул. Ысынлап та, хужалыҡ хеҙмәт­кәрҙәре эш шарттарынан, етәксе­лектең хәстәрлекле мөнәсәбәтенән ҡәнәғәт. Мәҫәлән, һауынсылар хеҙмәте автоматлаштырылған, улар бер көн эшләй, өс көн ял итә. Торлаҡ бирәләр Хужалыҡ етәксеһе Александр Привалов тимер юлда етәксе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенең тормошон ҡырҡа үҙгәрткән, күптәнге хыялын тормошҡа ашыр­ған – ауыл хужалығын үҫтереүгә тотонған. Тәүге һөнәре буйынса ла ул – ит етештереү технологы. Ауылда крәҫтиән (фермер) хужалығы барлыҡҡа килгәс, урын­дағы тормош яңы һулыш алған – кешеләр ауылда төпләнә баш­лаған, сөнки эш хаҡы ҡаланыҡынан бер ҙә кәм түгел. Былтыр төҙөлөш өсөн ун ер биләмәһе алғандар. Унда хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн йорт төҙөйәсәктәр. Бынан тыш, ике өй алғандар, унда һауынсылар йәшәй. Әгәр ғаиләнән ике кеше хужалыҡта 7,5 йыл эшләһә, йортто улар хосусилаштыра ала. Бер кеше эшләһә, 15 йылдан һуң уға хосуси мөлкәт булараҡ күсә. – Кешеләрҙе хеҙмәт хаҡынан тыш тағы ла уңайлыҡтар менән йә­леп итергә кәрәк бит. Уларҙың ятаҡта түгел, үҙ йорттарында йәшә­геләре килә. Бында эш башла­ғанда, урындағы халыҡ “Бер-ике йыл эшләрҙәр ҙә китерҙәр” тип уйланы. Йорт хаҡтары ла арзан булды. Хәҙер ауыл күтәрелә, өйҙәр ҙә ҡиммәтләнде. Әлбиттә, быға беҙҙең предприятиеның уңышлы эшләүе лә йоғонто яһаны. Әле ауылдарҙа яңы йорттар барлыҡҡа килә, тимәк, уның киләсәге бар, – ти етәксе. Хужалыҡ етәксеһе, район советы депутаты Александр Привалов 2023 йылда “Йыл эшҡыуары” республика конкурсы һәм Бөтә Рәсәй “Йыл кешеһе-2023” премияһы лауреаты була. Былтыр декабрҙә ул Мәскәүҙә уҙған “Йыл кешеһе-2024” премияһының “Йылдың үҫеше” номинацияһында еңеүсе тип танылған. Был абруйлы награда яҡташыбыҙға “Алтын көҙ” конкурсында еңеү яулағаны өсөн тапшырылған. Күргәҙмәлә крәҫтиән (фермер) хужалығы һөт ризыҡтары һәм ярымфабрикаттар менән таныштыра. Етәксенең эшмәкәрлеген “Перспектива” төбәк үҫеше фонды һәм “GOLDFOND CLUB” төбәк-ара эшҡыуарҙар клубы ла юғары баһа биргән. Шулай уҡ былтыр ул хужалыҡ Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ-2024” күргәҙ­мәһендә алтын миҙал менән бүләк­ләнгән. Был наградалар лайыҡлы, сөнки хужалыҡ мал һәм иген үҫтереп кенә ҡалмай, ә сеймалды ла урында эшкәртеп, магазин кәштәһендә һатырлыҡ әҙер тауар итеп етештерә. Йәғни бында үҙ­ҙәренең эшкәртеү цехтары бар, унда колбаса изделиелары, быҡтырылған иттән консервалар, ыҫлан­ған ит һәм һөт ризыҡтары, ярымфабрикаттар, һалма, колбаса, дерелдәк, эремсек, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, сыр кеүек төрлө ризыҡтар етештерелә, икмәкте лә үҙҙәрендә бешерәләр. Уларҙы Ишембай, Салауат ҡалаларындағы магазиндарында һаталар. Шулай уҡ тәүлегенә ике мең килограмм һөттө Стәрлетамаҡтағы һөт заводына тапшыралар. Ғөмүмән, бында эш етерлек. Шуға күрә лә был төбәктәге ҡатын-ҡыҙҙарға ла, ир-егеттәргә лә эш эҙләп баш ватырға түгел, ә тура бында килергә мөмкин. Башҡорт-инглиз теле белгесе һәм теш табибының ни өсөн “Привалов” хужалығында эшләгәне хәҙер аңлашыла. Фото: "Привалов" хужалығынан, vk.com/kfh_privalov.