Баҡыр рудаһы запастары раҫланһа, Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү тураһындағы хәбәр халыҡта тәбиғәткә, экологияға бәйле төрлө һорауҙар тыуҙырҙы. Предприятие эштең иң юғары экологик стандарттарға ярашлы алып барыласағын ышандыра. Тау-байыҡтырыу комбинатының үҙендә лә таҙа буласаҡ, эргәләге тәбиғәт тә зыян күрмәйәсәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был төбәктә йәшәүселәр борсола, уларға төрлө һорауҙар тынғы бирмәй. Әбйәлил районында “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәренең халыҡ менән осрашыуы ла ошо һорауҙарға яуап табыуҙы, төрлө шиктәрҙе таратыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Төбәктә йәшәүселәр тәүге сиратта “Комбинат төҙөлөүе йылға-күлдәрҙе бысратмаҫмы?”, “Ҙур һәм Бәләкәй Ҡыҙыл йылғалары ҡороп бөтмәҫме?” тигән һорауҙар борсой. Уларға “Салауат“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир БӘХТЕГӘРӘЕВ асыҡлыҡ индерә. – Ҡыҙыл йылғаһы ҡоромаясаҡ. Беренсенән, был һыу һаҡлай торған биләмә. Икенсенән, йылғаның тулыланыуы уның сығанағына ғына бәйле түгел. Ағым буйынса түбән